Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмы Тарковский исемендәге кинофестивалдә күрһәтелде

Плёс ҡалаһында Андрей Тарковский исемендәге «Көҙгө» халыҡ-ара кинофестивале барышында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» нәфис фильмы күрһәтелде.

Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, картина менән төп ролдәрҙе йәш башҡарыусылар — актерҙар Марта Тимофеева һәм Арыҫлан Ҡырымсурин, шулай уҡ фильмдың продюсеры Михаил Курбатов һәм ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов таныштырҙы.
Фильмды ҡарарға Иваново өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский һәм уның хәләл ефете, «Көҙгө» кинофестиваленең продюсерҙар төркөмө һәм ҡунаҡтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың ғаиләләре, Плёс ветерандары, шулай уҡ Плёс урта мәктәбе һәм Иваново өлкәһе мәктәптәре уҡыусылары килде.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский кино күрһәтеүҙе ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү хаты ебәрҙе. Ул «Һеңлекәш» «бөтә быуын тамашасыларының йөрәгенә үтеп инер, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ хис-тойғолар бүләк итер» тигән ышаныс белдерҙе һәм тамашасыларға рәхәтләнеп ҡарауҙарын теләне.
«Һеңлекәш» фильмының нигеҙендә — Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1952 йылда яҙған «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы. Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Картина Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.
Читайте нас: