Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Сентябрь 2019, 18:02

Рәхмәт һиңә, театр!

Кисә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының кесе залында билдәле яҡут режиссеры Сергей Потапов менән матбуғат конференцияһы булды. Унда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе директоры Х.З.Әбдрәхимов, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов, директор урынбаҫары Илһам Рәхимов, театрҙың әҙәби бүлек мөдире Гөлдәр Собханғолова һәм шулай уҡ “Тамаша” журналы, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Стерлитамакский рабочий”, “Ашҡаҙар” гәзиттәренән журналистар ҡатнашты.




Матбуғат конференцияһынан һуң Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙенең 29-сы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы, уның “Ҡыҙ урлау” комедияһы менән асты. Режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған әҫәрҙе тамашасы ифрат йылы ҡабул итте. Спектаклдең башынан аҙағынаса дәррәү алҡыштар туҡтаманы, тамашасы рәхәтләнеп, илағансы көлдө.



Артистарыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, ролдәрҙе юғары профессиональ оҫталыҡ менән башҡарҙы.

Рәхмәт һиңә, яратҡан театрыбыҙ! Һәр ваҡыт тамашасыларың һөйөү тулы йөрәк менән һиңә ашҡынһын әйҙә!
Читайте нас: