Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь 2019, 17:26

Ринат Халиҡов республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Ринат Халиҡов республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләндеБөгөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ведомство коллективын профессиональ сәнғәт буйынса яңы урынбаҫар Ринат Халиҡов менән таныштыра.

Ринат Риф улы Халиҡов 1979 йылда Башҡортостандың Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Өфөнөң Ленин районы Балалар ижады үҙәгендә эшләй, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары була.
2015 йылдан — Н.Сабитов исемендәге Балалар музыка мәктәбен, 2018 йылдан Өфө сәнғәт училищеһын (колледжын) етәкләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда республика Мәҙәниәт министрлығында профессиональ сәнғәт блогына Шамил Абдраҡов етәкселек итте.
Башинформ.
Читайте нас: