Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2019, 13:10

«Мосафир» этник музыка форумы ҡунаҡтары этно-турҙа ҡатнашты

Сит ил ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, уҡтан атырға, милли хореография элементтарын өйрәнде, башҡорттарҙың традицион кейемдәрен кейеп ҡараны.«Костюм бик матур һәм йылы», — тине Германиянан килгән спикер Тино Грассельт.Ә Нидерланд спикеры Мириам Ли Бреннер шул тиклем уҡтан атыу менән мауығып китте, хатта Амстердамға ҡайтҡас, атыу өсөн клуб табырға вәғәҙәләне. Традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен «Мәргән уҡсы» хәрәкәте ҡатнашыусылары үткәрҙе.10 ноябрҙән 12-һенә тиклем Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙғарыла. Кисә ҡунаҡтар өсөн этно-тур башланды.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина иғлан иткән бейеү флешмобы этно-турҙың иң сағыу өлөшө булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡунаҡтар дәртләнеп бер рәткә теҙелде, башҡорт хореографияһы нигеҙҙәрен өйрәнде һәм парлап башҡорт бейеүенән өҙөк башҡара алды.
Ҡунаҡтар этно-турҙың һәр этабында ҙур теләк менән ҡатнашты.
Бөгөн, 11 ноябрҙә, форум барышында төп ваҡиға — «Өфө уттары» комплексында шоукейс-фестиваль була.
Читайте нас: