Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Ноябрь 2019, 13:25

УНЫҢ МОҢОН БЕР КЕМДЕКЕ МЕНӘН ДӘ БУТАУ МӨМКИН ТҮГЕЛ!

Сеү!Тыңлағыҙ йыраҡтарҙанМоң ағыла.Йәндәрҙе иретерҙәйСихри бер моң.Уны тыңлаған күңелдәрКүктәргә оса.Ғаләм киңлектәрен иңләпЙыһанды ҡоса.

...Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт ШАҺИЕВтың ҡояшлы сәхнә донъяһы күп йылдар инде матурлыҡҡа, оло маҡсаттарға, мөлдөрәмә тулы сәхнәһенә хеҙмәт итә. Уның ижады, башҡарған йырҙары, яулаған үрҙәре, моңоноң үҙенсәлеге хаҡында бер китап яҙырлыҡ. Ләкин, яҡташы булараҡ, бөгөн талантлы артист Альберт Хызыр улының йәшлек мәлдәре, ижадының шишмә башы һәм кендек ҡаны тамған еренә туҡталып үтке килә. Бит кешенең бала сағы, йәнтөйәге, ата-әсәһе, туғандары, ғүмеренең, ижадының шишмә башы була, шунда ул бөрөләнә һәм юл ала.
1959 йылда Ишембай районы Кинйәбулат ауылында ҙур ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә ул. Халыҡ йырҙарын яратҡан ғаиләлә үҫкәнгәме, башланғыс кластан уҡ Ауыл мәҙәниәт йортонда йырлап йөрөй, смотрҙарҙан да ситтә ҡалмай. Бик күп дипломдар, маҡтау һүҙҙәре Альберттың күңелен күтәрә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлегенә уҡырға инһә лә, егеттең күңеле сәнғәттә була. Егет, тыуған ауылына ҡайтып, үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүгә ҙур көс һала. Ишембай ҡалаһында Нефтселәр һарайына эшкә урынлаша. Шул ваҡыттарҙан ул ҙур конкурстарҙа ҡатнаша башлай. 1976 йылда Өфөлә уҙғарылған Бөтә Союз конкурсында икенсе урынға лайыҡ була, беренсе урынды иһә бөтә Башҡортостанға бил-дәле йырсы Абдулла Солтанов яулай. Исемдәрен йыр сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ ир-азаматтар, иҫ киткес таланттар менән бергә йырлай. Был үҙе үк уның талантына ҙур баһа. Альберттың бөтә хыялы – йырсы булыу, оло сәхнә уны саҡыра. Ирешә ул хыялына, ә был – иң ҙур бәхет.

Ҙур өмөттәр менән Стәрлетамаҡ ҡа-лаһында асылған филармонияға эшкә урынлаша ауылдашыбыҙ. Маҡсатлы, сыҙам холҡо менән уңышһыҙлыҡтар килгәндә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, киреһенсә, тырышып үҙ өҫтөндә эшләне, күп көс һалды. Ауылдар, райондар, ҡалалар буйлап оҙайлы гастролдәргә йөрөүҙәр… 1994 йылда “Оҙон көй”, 1995 йылда “Дуҫлыҡ йыры” конкурстарында ҡатнашып, лауреат исемен яулай. Ошо ҡаҙаныштары өсөн 1998 йылда Альберт Хызыр улына «Башҡортостан Республикаһының ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Артист кешенең ярты ғүмере юлда, гастроләрҙә үтә. Красноярск, Ырымбур, Татарстан яҡтарында гөрләтеп концерттар ҡуя. Унда Рафаэль Ильясов менән бергә йырлап йөрөнөк, тип иҫләргә ярата ул. 2000 йылда Францияла Бөтә Союз фестивалендә ҡатнаша. 2003 йылда Японияла уҙғарылған “Оҙон көй“ конкурсында лауреат була.
Эйе, башҡорт халыҡ йырҙарын бөтә нескәлегендә башҡарыусы йырсылар бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуғалыр ҙа 2008 йылда «Баш-ҡортостандың халыҡ артисы» тигән исем алыуын бар яҡ-таштар ғорурланып ҡабул итте.

Әлеге көндә лә, Кинйәбулат мәҙәниәт йортонда уҙғарылған кисәләргә саҡырғанда, Аль-берт Шаһиев ауылдаштарына үҙенең йырҙарын бүләк итергә ашҡынып ҡайтып етә. Тыуған яғына ҡарата мөнәсәбәте ысындан да һоҡландыра мине. Уның йырын, моңон бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел. Альберттың йыр мираҫы сикһеҙ бай. Ул башҡарған “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Азамат”, “Сибай”, “Зөлхизә” кеүек халыҡ йыр-ҙарының һәр береһе – үҙенсәлекле йыр хазинаһы ул.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев үҙенең күркәм юбилейын билдәләйәсәк. Халыҡҡа үҙенең моңло йырҙарын таратып йәшәгәнгәме, Альберт йәшәрә генә бара. Уның ҡояшлы сәхнә донъяһы Кинйәбулат ауыл сәхнәһенән башланып китеп, оло сәхнәләр бейеклегенә күтәрелде. Оло йырсының ошо уңыш-тарына шаһит булыуыбыҙ менән дә бәхетле беҙ, замандаштары.
Зөбәржәт ШАҺИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ишембай районы.

Әйткәндәй, яратҡан йырсыбыҙ 14 ноябрҙә театр-концерт берләшмәһендә уҙасаҡ ижад кисәһенә саҡыра. Унда билдәле йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, Раян Алтыншин һәм Бейеү театры артистары ҡатнаша. Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.


Алты брат
Бер туған Марс, Харис, Ғәли, Хәйҙәр, Әхәт, Альберт Шаһиевтарға
Беҙ беләбеҙ ғаиләләрҙең

Ниндәй эштәр ҡылғанын.

Ләкин минең был донъяла

Бар үҙ иткән кланым.

Был ғаилә ағзалары

Һәр саҡ изге эштәләр.

Хеҙмәттәре емешенән

Һығылалыр өҫтәлдәр.

Алты браттың алтыһы ла

Бына тигән егеттәр –

Республикабыҙҙы алға

Тартыусы ат кеүектәр!

Беләбеҙ был ғаиләнең

Яҡшы эштәр ҡылғанын.

Бына шуға яратабыҙ

Шаһиевтар кланын.
Марсель СӘЛИМОВ.


Читайте нас: