Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
18 Декабрь 2019, 21:30

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәновҡа 90 йәш тулды.

Йыр-моң һөйөүселәр билдәле йырсы башҡарыуында «Имәндәр шаулай», «Һағыныу», «Төнгө серенада», «Көҙгө елдәр», «Сәскәләр уяныр», «Йылмай бер генә», «Өфө уттары» һәм башҡа йырҙарын әле булһа яратып тыңлай.

Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Суҡраҡлы ауылында тыуған.
Ауырғазы район үҙешмәкәр халыҡ театрында эшләй.
1955 йылдан башлап БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитетында эшләй.
1959 йылда уҡ — БАССР Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында мәҙәни‑ағартыу училищеһы (Стәрлетамаҡ) уҡытыусыһы.
1964 йылдан Башҡорт филармонияһында солист сифатында хеҙмәт юлын дауам итә. 1969-92 йылдарҙа РФ Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡорт бүлексәһе директоры.
Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыу манераһы ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, үҙенсәлекле моңо менән айырылып тора. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, шулар иҫәбендә «Ғайса ахун», «Сибай», «Сәлимәкәй», «Урал», З.Ғ.Исмәғилев, Т. Ш. Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Р. Х.Сәхәүетдинова, Х. Ф.Әхмәтовтың во­каль әҫәрҙәре бар. Р. М.Хәсәнов, Т. М.Шәрипов, Ф. Әхмәтовтың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.
Сәхнәләрҙе гөрләтеп, үлемһеҙ йырҙар ҡалдырған, йыр сәнғәтенең “Алтын фонды”на ингән моңло ла, мәғәнәле лә йырҙары бихисап. Улар – мәңгелек.
Имәндәр шаулай йырының видеоһы https://www.youtube.com/watch?v=H9O6kPOsU5w
Читайте нас: