Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2019, 14:15

Айгиз Уйылданов: “Йөрәгемә мәғәнәле композициялар яҡын!”

Көслө, матур, яңғырауыҡлы тауыш бөтә залға тарала. Ҡатмарлы партияны йырсы еңел генә ала – һәр хәлдә ситтән миңә шулай тойола. Илһамланып йырлап, репетиция залына минең ингәнде лә шәйләмәй ҡала. Кем тиһегеҙме? Һүҙҙе бөгөн Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең йәш таланты Айгиз УЙЫЛДАНОВ хаҡында алып барам. Күптән түгел ул абруйлы академик йырлау буйынса «Браво!» VII республика конкурсында профессионал солистар араһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. Ошо уңайҙан Айгиз менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Йәштәр аудиторияһы поп, эстрада музыкаһына өҫтөнлөк биргән заманда академик йыр сәнғәтен һайлаған йәш егет ҡыҙыҡһыныу уята. Айгиз, ни өсөн тап шундай етди йүнәлеш?
– Хәтеремдә, беренсе тапҡыр Лучано Павароттиҙың йырлағанын ишеттем, шул тиклем күңелемә инде. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул минең кумирым булып ҡала килә. Уның сығыштарын ҡарап, илһам алам. Академик йыр йүнәлешендә шөғөлләнә башлауыма, моғайын, уның ижады менән танышыу этәргес булғандыр. Башта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла ныҡлап шөғөлләнә башланым, артабан Өфө сәнғәт колледжында БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Йосопова класында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор Фәрзәнә Сәғитова кластарында уҡыу бәхете тейҙе. Остаздарымдан уңдым, рәхмәтлемен уларға.

– Эстрада йырҙарынан бөтөнләй баш тарттың буламы?
– Төп йүнәлешем – академик йырлау булһа ла, репертуарымда төрлө жанрҙағы йырҙар бар, шул иҫәптән башҡорт, татар, инглиз, итальян телендә лә, мин уларҙың барыһын да берҙәй яратып башҡарам. Матур мәғәнәле, кешене ниндәйҙер уйға һалырлыҡ, тулҡынландырғыс композициялар йөрәгемә яҡын.

– «Ҡурай-TV» каналының «Ҡурай ынйылары» телевизион проектында II дәрәжә лауреат, «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында II дәрәжә лауреат исемен яуларға өлгөргәнһең, ниһайәт, Нефтекамала I дәрәжәгә лә күтәрелдең! Ҡотлайбыҙ! Был конкурс тураһында ентекләберәк һөйләп үт әле.
– Конкурс – ул һәр ваҡыт үҙ кимәлеңде, алған йүнәлешең дөрөҫмө, түгелме икәнлеген билдәләргә ярҙам иткән үҙенсәлекле компас булып тора. Шуға мин төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнашам, уларға бик етди әҙерләнәм, тулҡынланам. Быйыл был конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланды һәм Бөрө, Мәләүез, Нефтекама, Өфө, Октябрьский, Салауат, Сибай, Туймазы ҡалалары, Баҡалы, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Хәйбулла райондарынан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Профес-сионалдар номинацияһында 40-тан ашыу артист көс һынашты. Билдәле шәхестәр – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары: БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, БР-ҙың атҡаҙанған ар-тисы Лариса Әхмәтова, Любовь Буторина шулай уҡ «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡса-нова алдында һынау тот-тоҡ. Еңеүемә, әлбиттә, бик шатмын! Артабан да үҙемдең өҫтөмдә эшләүемде дауам итәсәкмен. Алла бойорһа, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға ине иҫәп.

– Республикабыҙҙың баш ҡалаһында нисәмә йыл уҡып, Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, донъялар тарайып ҡалманымы? Күбеһе, киреһенсә, бәләкәс ҡаланан мегаполисҡа китеү яғын ҡарай...
– Был аҙымыма мин тамсы ла үкенгәнем юҡ. Коллективта мине йылы ҡабул иттеләр, йәштәр булыуы ҡыуандыра, бер команда булып эшләп киттек матур ғына.
– Команда менән эшләйбеҙ, тигәнеңде асыҡлабыраҡ китһәң ине...
– Әҙәби-музыкаль лекторий коллективы тураһында һүҙ. Мәктәп йәшендәге балалар өсөн ҡыҙыҡлы, заманлаштырылған программалар әҙерләргә тырышабыҙ. Музыка тарихы, классик композициялар, ком-позиторҙар, төрлө музыка ҡоралдары – ғөмүмән, музыка донъяһы менән таныштырыу эшен үтәйбеҙ. Был яуаплы ла, бер үк ваҡытта мауыҡтырғыс та.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Һиңә ижади уңыштар, тағы ла мәртәбәлерәк еңеүҙәр, яңы проекта уңыштар насип булһын!
Әңгәмәне Рәмилә АҠСУРИНА ҡорҙо.
Хәйҙәр Һибәтов фотоһы.
Читайте нас: