Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 16:35

Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил ГАЛИН: “Уйнайһы ролдәрем бар әле!”

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын Рауил һәм Рафиға Галиндарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Театр асылғандан бирле - бына 30 йыл инде улар ошо театрҙа арымай-талмай халыҡҡа хеҙмәт итә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын – 70 йәшен билдәләүсе театрыбыҙ аҡһаҡалы менән.

  • Рауил Әхтәрйән улы, Стәрлетамаҡ театрына килеү тарихы тураһында һөйләгеҙ әле.
  • Беҙ Салауат театрында эшләгән саҡ. Рафиға Украинаға санаторийға китергә йыйынып йөрөй. Шул мәлдә беҙҙе Стәрлетамаҡта ойошторолоп ятҡан театрға эшкә саҡырҙылар. Пландарҙы бер аҙ үҙгәртеп, Рафиғаны алдан ебәрә торҙом, үҙем ярты йыл һуңлабыраҡ килдем. Ни өсөн тигәндә, Наил Ғәйетбаевтың “Илама, һылыуым!” пьесаһын яңы ғына ҡуя башлағайныҡ. Кәбир роле өҫтөндә эшләй инем. Спектаклде режиссер Вәзих Сәйфуллин ҡуйҙы. Ҡырҡ бер йәшемдә армиянан ҡайтҡан егет ролен уйнаным, сөнки ролде уйнарҙай башҡа артистар юҡ ине. Бер аҙҙан һуң, үҙебеҙ Стәрлетамаҡ театрына бөтөнләйгә күскәс, Салауаттан Филарит менән Миңниса Бакировтарҙы саҡырып килтерҙек. Сөнки Салауат театрында улар менән 17 йыл бергә эшләгәйнек инде.
  • Стәрлетамаҡҡа килгәс, беренсе спектаклдә - Илшат Йомағоловтың “Һине юғалтҡым килмәй”ендә ҡатнаштыҡ, мин Тәүфиҡ бабай ролен уйнаным. Шулай итеп, “егет”тән “бабай”ға күстем.
    • Тимәк, ижади биографияғыҙ Салауаттан башланды?
    • Минең яҙмыш – үҙе бер китап, тигәндәй, армияла ике тапҡыр булырға тура килде. Икеһендә лә икешәр йыл ярым хеҙмәт иттем. Беренсеһендә - 1968 йылда Мәскәү өлкәһе Домодедово хәрби округына армияға алындым – һалдат булып хеҙмәт итеп, взвод командиры ярҙамсыһы, сержант дәрәжәһендә ҡайттым. Армиянан ҡайтыу менән яңы ғына асылған сәнғәт институтына театр факультетының актерҙар бүлегенә уҡырға индем. 1-се курста уҡығанда Рафиға менән таныштыҡ, 2-се курста өйләнештек. Институтты тамамлағас, Өфөлә Ҡурсаҡ театрына эшкә ҡалдырырға йыйыналар ине, шул ваҡыт Салауат театрының баш режиссеры Вәзих Сәйфуллин осраны, ул, диплом спектаклемде ҡарағас, Салауат театрына эшкә саҡырҙы. Ә унда барғас та йәйге гастролдәргә алып киттеләр... Ул саҡта, Салауат театрының бинаһы булмағанлыҡтан, бик күп гастролдәрҙә йөрөргә тура килде.
    • А. Сафроновтың “Йылмайған өсөн бер миллион”ында Рафиға Люданы, мин Геннадий ролдәрен уйнаныҡ. Был – беҙҙең тәүге ролдәребеҙҙең береһе ине. Ике йыл шулай матур ғына эшләп йөрөгәндә, йәнә армияға алдылар. Ул саҡта офицерҙар етешмәй ине, ә миңә лейтенант званиеһы бирелгәйне, шунлыҡтан, йәнә армия сафына алындым. Икенсе тапҡыр 76-78-се йылдарҙа Волга буйы хәрби округының Өфө гарнизонында рота командиры ярҙамсыһы булдым. Армиянан һуң, кире Салауат театрына ҡайтып, ун ете йыл шунда эшләнек. Йәш саҡ - матур саҡ, береһенән-береһе сағыу, матур ролдәр ижад иттек. Шул йылдарҙа Мар Баяджиевтың “Наҙлыгөл” спектаклендә Рафиға - Наҙлыгөл, мин Искәндәр, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә Закир менән Ғәлимә, Фәрит Богдановтың “Иртәнге томан”ында Дилбәр һәм Самат ролдәрен уйнаныҡ.
      Флорид Бүләковтың “Атылған өйөр”өндә - Боғанур Байымов, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”нда райком секретары, Фәнил Әсәновтың “Вәғәҙә”һендә Сабит, Кәбир Аҡбашевтың “Китмә, Рөстәм”ендә Харрасов, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”нда Алтынбаев һәм башҡа бихисап ролдәрем өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде, СССР Мәҙәниәт министрлығы һәм ВСЦПС-тың “Ауылға мәҙәни шефлыҡ күрһәтеү отличнигы” билдәләренә лайыҡ булдым.
      Шул йылдарҙа Салауат театрында беҙҙең менән эшләп йөрөгән Гөлдәр Ильясова Стәрлетамаҡ рус театрында режиссер булып эшләй башланы. Минең дә Стәрлетамаҡта башҡорт театры асыу хыялым бар ине. Бергәләп кәңәшләшеп, бер төптән, бер теләктән театр асырға булдыҡ.
      • Беренсе тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ? Театрға һөйөү ҡайҙан килә?
      • Архангел районы Йәмле Инйәр буйында Ҡыҙыл яр тигән ауылда тыуып үҫтем мин. Мәктәп йылдарынан уҡ сәхнә менән ҡыҙыҡһындым. Ата-әсәйемдәр көр күңелле, йор һүҙле кешеләр ине, мәжлестәрҙә аяҡсы булды. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, мин бала саҡта хатта таба ҡырып йыуғанда ла бейеп китә торған булғанмын. Үҙемдең хәтерҙә: таҡмаҡ әйтә башлаһалар, бейергә төшә лә китә инем. Тел биҫтәһе ағайҙарым бар ине. Үҙҙәре кемуҙарҙан йырлайҙар. Тегеләр мәрәкә күреп, таҡмаҡ әйтеп мине лә йырлаталар. Муса бабайымдың алдына ултырып:
      • Алма бешкән, өҙөлөп төшкән
        Күгәрсен башын тишкән.
        Матур әбей һайлай-һайлай
        Сәстәреңә аҡ төшкән!”, - тип йырлағаным әле лә хәтеремдә (көлә).
        3-4-се кластарҙа уҡығанда, мәктәптә үҙешмәкәр түңәрәк ойоштороп, концерттар менән күрше ауылдарға йөрөй инек. Уҡытыусы ағайҙар бик дәртле кешеләр булды. Фронтовик Фәйзулла Түләшев тигән ағай гармунын баш осона күтәреп уйнар ине.
        5-се класта күрше Абҙан урта мәктәбенә барғас, сәнғәткә, телгә ҡарата һөйөү тағы ла нығыраҡ тәрәнәйҙе. Фәриҙә, Флүрә апайҙар башҡорт теленә һөйөү уятты. Ҡасим Хәйруллин ағай оҙон тәнәфестә музыка ҡуйып танса ойоштора торғайны. Ул үҙе сценарийҙар яҙа, һәр класс байрамдарҙа ауыл клубында концерт ҡуя ине.
        Мәктәп йыл да пионер слеттарында ҡатнаша. Кәүҙәгә бәләкәй булғас, комсомол булһам да, пионер итеп слетҡа ала ла китә торғайнылар (көлә). Әйткәндәй, мәктәпте тамамлағанға 50 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Күптән түгел класташтар менән осрашып, мәктәп йылдарын хәтерләп, йырлашып-гөрләшеп ултырҙыҡ.
        Әйткәндәй, ауылда үҙебеҙ өй һалдыҡ, йәйгеһен балалар менән шунда йәшәйбеҙ.
        • Белеүебеҙсә, һеҙ кинола ла төшкәнегеҙ бар. Кино менән театр араһанда ниндәй айырма бар, ғөмүмән, ҡайһыһы яҡыныраҡ?
        • Театрҙа тамашасы менән туранан-тура бәйләнеш бара, ә кинола туҡтап-туҡтап сығыш яһайһың. Әлбиттә, театр яҡыныраҡ. Театрҙа бөгөн бер төрлө уйнаһаң, иртәгә икенсе төрлө уйнарға йә ролеңде байытырға була. Әммә был режиссер ҡушҡандарҙан тайпылыу тигән һүҙ түгел.
        • Беҙ сәнғәт институтында 2-се курста уҡығанда Әмир ағай Абдразаҡов “Башҡорт туйы” киноһын төшөрөп алды. Шунда массовый сығышта ҡатнаштым. Иң беренсе кино сәнғәте менән танышыуым шунан башланды. Йәмғеһе ете кинола төштөм. Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса кинолаштырылған “Кинйә” фильмында иң ҙур ролде – Кинйә ролен уйнаным. “Сируси”ҙа –тәфтишселәр етәксеһе роле, “Ике лә генә егет”тә егеттәрҙең береһен, Мәрйәм һәм Таңсулпан Бураҡаеваларҙың “Ай ҡыҙы”нда тәфтишсе ролен уйнаным. Кинолар төрлө ерҙә төшөрөлдө: Бөрөлә, Өфөлә, Ишембай районы Маҡар, Көйөргәҙе районы Кинйә ауылында, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районында Һаҡмар йылғаһы буйында Сорочинский сиркәүҙәре янында.
          • “Башҡортостандың халыҡ артисы”, минеңсә, халыҡ яратҡан өсөн бирелә торған баһа. Һеҙҙе, ысынлап та, халыҡ ярата. Ошо маҡтаулы исем ҡасан һәм ниндәй ролдәрегеҙ өсөн бирелде? Ғөмүмән, тағы ниндәй наградаларға лайыҡ булдығыҙ?
          • Ошо йылдар эсендә йөҙгә яҡын роль уйнаным. Шуларҙың айырыуса сағыуҙарын ғына һанам үтәм: “Ҡыҙ урлау”ҙа Әжмәғол, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”та Геннадий Андреевич, “Ханума”ла Акоп, Ишмулла һәм Әнисә Дилмөхәмәтовтарҙың “Ҡаһым түрә” трагедияһында Ҡаһымдың атаһы Мырҙаш бей, Рәлиф Кинйәбаевтың “Торатау һаман тора”һында Тимербай ҡарт роле, Флорид Бүләковтың “Онотолған доға”һында Зар ҡарт, Илшат Йомағоловтың “Һине юғалтҡым килмәй”ендә Тәүфиҡ, “Теге донъя – был донъя”ла Хужағәле Ҡужғәлиевич (Р.Солтангәрәев), “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала”ла (Б.Гаврилов) Сыңғыҙ, “Ә Торатау һаман тора...” Тимербай (Р.Кинйәбаев), Ғәҙелша “Ашҡаҙар” (М.Буранғолов) һәм башҡа бихисап образдарҙы ижад иттем.
          • Ошо ролдәрҙе һәм ҡала сәнғәтенә ҙур өлөш индергәнем өсөн Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһына һәм “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдым.
            “Халыҡ артисы” исемен алыр өсөн, минеңсә, һис юғында бер генә халыҡ йырын булһа ла йырлай белергә кәрәк. Юғиһә бер тапҡыр ҙа халыҡ йырын йырламайынса халыҡ артисы исемен алыусылар ҙа бар бит...
            • Яратып уйнаған ролдәрегеҙ тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле. Уйнарға теләп тә уйналмай ҡалғандары бармы?
            • Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр”ендә уйнарға теләгән инем. Ул - драма, әммә уның юмор ҡыланышы оҡшай. Ләкин тормошҡа ашырырға тура килмәне, әлегә хыял булып тора. Владимир Жеребцовтың “Саҡырылмаған ҡунағы” оҡшай, унда мин Геннадий Андреевич ролен уйнайым, Кәбир Аҡбашевтың “Ут күшеләре”ендә Дәминбай ҡарт ролен үҙемсә уйнаным. Мин үҙемдекен эшләнем – ул ҡарттан лидер яһаным. Кәбир ағай бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Яратҡан ролдәремдең береһе – “Инә бүре ҡарғышы”нда (Х.Иргалин) Әбделмәлик Солтанғолов ҡарт роле. Әгәр ҙә булмышыңда булғанын ҡулланһаң, роль отошлораҡ килеп сыға. Минең өсөн, мәҫәлән, етди ролдәрҙе уйнағанға ҡарағанда комедияны уйнауы еңелерәк. Тик бының өсөн үҙеңдә юмор булырға тейеш. Әгәр ҙә мин яратып уйнайым икән, роль уңышлы килеп сыға. Уның асылын табырға кәрәк.
            • Артистың үҙ фекере булырға тейеш. Әммә режиссер менән килешеп эшләйбеҙ. Ролдең режиссеры – артист, ә спектаклдең режиссеры – режиссер.
              • Белеүемсә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы гөрләп эшләгән йылдарҙа һеҙ уның әүҙем ағзаһы инегеҙ...
              • Ижадымдың тағы бер яғы – яҙышыу. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа “Башҡортостан пионеры” журналына, “Ленинсе” гәзитенә әүҙем яҙыштым. Әлбиттә, шағир йәки яҙыусы булыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Шулай ҙә беренсе китабымды сығарырға Вил Ғүмәров өгөтләне. Үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһен күргәс, күңел күтәрелеп китә. Өс китабым сыҡты: иң беренсе китабым - кескәйҙәр өсөн “Буя уйлап, ҡуйма бутап” тип аталған раскраска (буяу өсөн һүрәттәр), икенсеһе – үҫмерҙәр өсөн “Дүрткүҙ” һәм өсөнсөһө - электрон вариантта “Бар ине заманалар” тип атала.
              • Театрға теләктәрегеҙ?
              • Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһы булған Стәрлетамаҡта мотлаҡ башҡорт театрының йәшәүен теләйем. Театрҙа роль эшләргә иренмәгән артистар, театрҙы белгән, артистарҙы яратҡан етәкселәр эшләүен теләйем.
              • Рәхмәт! Артабан да Рафиға Арыҫлан ҡыҙы менән бергәләп, яратҡан тамашасыларығыҙҙы яңынан-яңы ролдәрегеҙ менән һоҡландырып ижад итегеҙ, йәшнәп йәшәгеҙ әйҙә! Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һәм зал тулы тамашасылар теләйем.
              • Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
                Читайте нас: