Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
21 Ғинуар 2020, 18:36

МИЛЛӘТЕБЕҘҘЕҢ РУХИ ЙОНДОҘО

Нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәт бер ҡасан да һүрелмәй. Ана шул мөхәббәт беҙҙе ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгенә, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисәгә йыйҙы ла инде.

Бында иғлан ителгән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенә 60-тан ашыу видео сығыш ебәрелгән. Шуларҙың иң-иңдәрен тәбрикләү татнаһында 20 еңеүсегә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының махсус дипломдары тапшырылды. Әлбиттә ҡатнашыусыларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары ине. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының методико-библиография бүлеге мөдире Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Хәмитова рәйеслегендәге жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Урындарҙы дүрт категорияла билдәләргә тура килде. Шулай итеп 5-7 кластар араһында өсөнсө урынға 1-се һанлы лицейҙан 5-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Ҡаһарманова, 25-се мәктәптән 5 класс уҡыусыһы Анна Васильева һәм 30-сы мәктәптән Зарина Вәлиуллина, Илдана Байназарова һәм Әлиә Ниғмәтуллина сыҡты. Икенсе урын 1-се мәктәп-интернаттың 6-сы класс уҡыусыһы Данис Тутмановҡа, 2-се һанлы лицей-интернаттың 6-сы класс уҡыусыһы Ҡәҙриә Вәхитоваға, 6-сы гимназияның 5 класс уҡыусыһы Зарина Сәғитоваға һәм 2-се гимназияның 6 класс уҡыусыһы Елена Жинжинаға бирелде. Был төркөмдә беренсе урынға 2-се һанлы лицей-интернаттың 7-се класс уҡыусыһы Денис Ҡоҙаҡаев лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе жюри ағзаһы, шағирә һәм журналист, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Римма Ғәлимова ихлас ҡотлап дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.
Артабан 8-9 класс араһындағы бәйгеселәрҙән өсөнсө урынды 4-се гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Владислав Карев, икенсе урынды 7-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Вероника Славченко, беренсе урынды 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Руслан Ҡәҙербаев яуланы. Уларҙы жюри ағзаһы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Әбделхәй ҡыҙы Йәғәфәрова ысын күңелдән ҡотланы, шулай уҡ дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Ә бына 10-11класс уҡыусылары араһында өсөнсө урынға 2-се һанлы лицей-интернаттың 10 класс уҡыусыһы Наҙгөл Туҡтамышева (ул беҙгә башҡа конкурстар аша ла таныш), 3-сө һанлы башҡорт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Рената Ғилманова (ул Мостай Кәримдең шиғырын ингиз телендә һөйләне) сыҡты. Икенсе урынға Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы талибәһе Ғәлиә Муллабаева, 2-се һанлы лицей-интернаттың 10 класс уҡыусыһы Нәргизә Искәндәрова лайыҡ булды. Беренсе урынды иһә Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө һанлы гимназияның 10 класс уҡыусыһы Әлиә Хөснөтдинова (киноға төшкән был ҡыҙҙы барыбыҙ ҙа таныйбыҙ) яуланы. Уларҙы жюри ағзаһы, күренекле шағирә, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Эльмира Сәсәнбаева тәбрик итте һәм остазына бағышлаған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ 18 йәштән уҙған бәйгеселәрҙе лә ихлас ҡотланы. Улар араһында өсөнсө урынға 29-сы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Фәйез ҡыҙы Дәүләтбаева, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы 1 курс студенты Дилара Сәфәрғәлиева һәм китапхананың әүҙем уҡыусылары Гөлсөм Нурфәйез ҡыҙы Иралина һәм Неля Мерәҫева (ул сабыйын ҡулына күтәреп килгән килеш сығыш яһаны) сыҡты. Икенсе урынға 4-се һанлы гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Батталова Гөлнара Нурғәле ҡыҙы һәм Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының 2 курс студенты Гөлшат Ниғмәтуллина (шағир Рауил Ниғмәтуллиндың бер туған ағаһының ейәнсәре) лайыҡ булды. Беренсе урынды Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халикова яуланы.
Күрҙегеҙме, ҡалабыҙҙа күпме кеше Мостай Кәримдең халҡыбыҙға ҡалдырған иң ҙур хазинаһын –уның ижадын, ил хәстәренән, тарих биттәренән юйылмаҫлыҡ, алдағы быуаттарға үтерлек итеп әйтеп ҡалдырған аҡыл эйәһенең хикмәтле һүҙҙәрен, уның шиғырҙарын өйрәнә һәм яттан һөйләй. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижады кешеләрҙе уйландырыусы һәм моңландырыусы, рухи ҡанатландырыусы, намыҫты сафландырыусы яҡты моң, тыуған Башҡортостаныбыҙ ауазын, халҡыбыҙ рухын алыҫ илдәргә, туғандаш халыҡтарға ғына түгел, киләсәк быуаттарға еткереүсе илсе ул.
Егерменсе быуатты оҙатып, яңы мең йыллыҡты ҡаршылағанда Мостай ағай ватандаштарына ошолай тип өндәшкәйне:
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.
Мостай Кәрим – күп яҡлы талант эйәһе. Ул поэзия, драматургия, проза, публицистика өлкәһендә үҙенең берҙәй тип әйтерлек һәләтлелеген танытты. Шулай уҡ ул тормошто, әҙәбиәтте тәрән белгән зауыҡлы аҡыл эйәһе икәнлеген дә раҫланы. Шуға ла уның йондоҙлоғо мәңге тере, мәңге балҡыясаҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА
Читайте нас: