«Илфак Смаков беҙҙең йыр сәнғәтенә бер үк ваҡытта тәҙрә быялаларын зыңғырлатырҙай көслө, бер үк дәрәжәлә моңло, сыңлап торған тауышы менән килеп инде. Ул үҙенә ниндәй тауыш бирелгәнлеген яҡшы аңлаһа ла, уның менән маһайманы, һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләне, тауышын камиллаштырҙы. Тәбиғи талант янына көндәлек ғазаплы хеҙмәт кәрәклеген дә яҡшы аңлай ине ул.» - тип яҙып ҡалдырған Әнғәм Атнабаев йырсы хаҡында.
Ысынлап та, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә тиңһеҙ йыр хазинаһы тыуҙырырға өлгөргән Ильфак СМАКОВТЫҢ йырҙары бер ҡасан да көс-ҡөҙрәтен юймай, ул үҙе лә шул йырҙарҙа беҙгә моңло, һүнмәҫ өмөт биреп йәшәне тиергә була.
Ә бит уның «Үҙ яғыма ҡайтһам…», «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Раушаниям-бәгерем», «Әйткән инең», «Өфө йүкәләре» һымаҡ популяр йырҙары әле булһа йөрәктәрҙең иң түрендә йәшәй. Уларҙы тыңлағанда болотһоҙ бала саҡ, вайымһыҙ йәшлегебеҙ иҫкә төшә. Үҙебеҙ йылдан-йыл йәшәрмәһәк тә, Илфаҡ Смаков башҡарған йырҙар күңелдәребеҙҙе йәшлеккә алып ҡайта.