Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Ғинуар 2020, 13:00

Стәрлетамаҡта - “Еңеү салюты” фестивале

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивале дауам итә.

Был сара Ватаныбыҙҙың хәрби данын һәм героик тарихын пропагандалауға йүнәлтелгән. Стәрлетамаҡҡа фестивалдең эстафетаһын декабрҙә Белорет ҡалаһы тапшырғайны.
Фестиваль сиктәрендә 25 һәм 26 ғинуарҙа ҡалаға республиканың 7 муниципалитетынан – Салауат ҡалаһынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлебаш һәм Көйөргәҙе райондарынан ижади коллективтар килеүе көтөлә. Ике көн дауамында улар тематик күргәҙмәләр ойоштороп, концерт менән сығыш яһаясаҡтар.
Сараны 25 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Ишембай районы башлап ебәрә, сәғәт 12-лә Стәрлетамаҡ районы, 16.00 сәғәттә – Салауат ҡалаһы, ә 18.00 сәғәттә Ғафури районы коллективы сығыш яһаясаҡ.
Ә 26 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Ауырғазы районы, сәғәт 12-лә – Стәрлебаш районы, 15.00 сәғәттә Көйөргәҙе районы коллективтарының сығышын ҡарарға була. Ә Стәрлетамаҡ фестивалде ҡабул итеүсе булараҡ, был көндө 17.00 сәғәттә сығыш яһай.
Ә эстафета Еңеү штандарты менән Яңауыл районына тапшырыласаҡ. Фестивалдең гала-концерты Еңеү көнө алдынан Өфөлә уҙғарыла. Йомғаҡлау концертына иң яҡшы номерҙар ғына һайлап алынасаҡ.
Фестиваль Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 35) үтә. Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: