Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Ғинуар 2020, 13:24

ЙӨРӘКТӘ МӘҢГЕГӘ УРЫН АЛҒАН

24 ғинуарҙа РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Бәхти Ғайсиндың тыуыуына 90 йыл тула.

Күренекле композитор, сәнғәт эшмәкәре Бәхти ҒАЙСИН ижад юлын М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып башлай. Тап ошо осорҙа композиторҙың беренсе музыкаль әҫәрҙәре донъя күрә. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, буласаҡ кәләше Фәриҙә Ҡудашеваны осрата. Шулай мәшһүр йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә, байытыуға ҙур өлөш индерәләр.
Бәхти Ғайсин « Яҙғы урман», «Кермә төшкә, төшмә иҫкә», «Һөйһә лә, һөймәһә лә», «Билдәһеҙ һалдат», «Торналар киткәндә» һ.б. билдәле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир итте. Фәриҙә Ҡудашеваға булған һөйөү емеше булып «Гел генә», «Бөгөлә ҡайын», «Яратам мин һинең көлөүеңде», «Ике аҡҡош» йырҙары тыуа. Мәшһүр моң эйәһенең был әҫәрҙәре башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә. Республикабыҙҙа беренсе инструменталь ансамбль төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнашып, күп йылдар уны етәкләй.
Өфөлә Бәхти Ғайсин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Талбазы ауылындағы музыка мәктәбе уның исемен йөрөтә, ә тыуған ере Кешәннелә музейы бар. Бәхти Ғайсин менән Фәриҙә Ҡудашева һымаҡ шәхестәр беҙҙең быуын йөрәгендә мәңгегә урын алған.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: