Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
23 Ғинуар 2020, 19:30

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 21 ғинуарҙа бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең драма артисы Резеда Салауат ҡыҙы Әмәкәсова ла бар. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
"Бөгөн ошо залға йыйылған һәр кем –Башҡортостандың ғорурлығы. Һеҙ үҙегеҙҙән бөркөлгән энтузиазм һәм патриотизм тойғоһо менән йәштәргә өлгө булып тораһығыҙ", - тине Радий Хәбиров. Яратҡан актрисабыҙ һәм йырсыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уңыштарың дауамлы булһын, театрыбыҙ һандуғасы!
Читайте нас: