Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2020, 16:30

«ӨМӨТ» ФЕСТИВАЛЕ КҮПТӘРГӘ ҠАНАТ ҠУЯ

Ҡалабыҙҙа музыкант, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Надежда Дмитриевна Курбатова иҫтәлегенә бағышланған «Өмөт» хор фестивале үтте. Ул быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйыл ҡыш был һоҡланғыс шәхестең арабыҙҙан китеүенә 10 йыл…

Билдәле булыуынса, Надежда Курбатова ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонда матур эҙ ҡалдырған шәхес. Ул ҡалабыҙҙың маҡтаулы гражданины. Илебеҙҙә танылыу алған «Жаворонок» (Һабан турғайы)(1965 йыл), «Яңғырауыҡлы тауыштар» (1973 йыл) балалар хорҙарына нигеҙ һалған. Был хор студияларында сәнғәт донъяһына юл алған балалар әле лә сафта, күптәре ошо юлдан барып, үҙҙәре үк йәш быуынды музыка серҙәренә төшөндөрә, ҙур сәхнәгә юл аса.

- Оҙаҡ йылдар музыка мәктәбе директоры, ҡаланың мәҙәниәт бүлеге начальнигы булған Надежда Дмитриевна бар ғүмерен ҡала мәҙәниәтенә бағышланы. Шул ваҡытта барлыҡҡа килгән мәҙәниәт усаҡтары әле лә эшләй.Фәҡәт Надежда Дмитриевна Курбатова арҡаһында Стәрлетамаҡ, йырсы ҡала булараҡ, илебеҙгә танылды, - тине ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин фестивалде асып. - Ул ҡаланың мәҙәни тарихына әллә күпме өлөш индергән шәхес. 1961 йылда «Сода» мәҙәниәт һарайында художество етәксе буларак эш башлай.1961- 1966 музыка мәктәбе директоры, 16 йыл ҡала мәҙәниәт бүлеген етәкләй. «Беҙҙең был фестиваль 25 ғинуарға планлаштырылғайны, уның бөгөн – 18 ғинуарҙа крещение көнөндә үткәрелеүе лә ҙур мәғәнәгә эйә, - тип дауам итте Зөфәр Сәғетдин улы һәм хор сығыштарына уңыштар теләне.

Сараға сығыш яһаусы хор коллективтарынан тыш Надежда Курбатова менән бергә эшләгән тиҫтерҙәре лә, уҡыусылары ла килгәйне.

- Ул ойоштороу һәләтенә эйә, ҡалабыҙға һәм хор сәнғәтенә ғашик кеше ине, - тип иҫкә алды уны БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хор сәнғәте ветераны Лилия Төхвәтуллина. – Эште башлап китеү еңелдән булманы. Ул саҡта беҙҙең «Һабан турғайы»на ярҙам иткән ҡалаға ла, Сода-цемент комбинатына ла рәхмәтлебеҙ. Надежда Дмитриевна мәктәп хорҙарын да, өлкәндәр шөғөлләнгән хорҙарҙы ла үҫтерҙе. Шуға ла беҙҙең ҡаланы – Башҡортостандың хор баш ҡалаһы тип йөрөттөләр, тип тамамланы ул һүҙен.

Сараға Салауат музыка колледжынан килгән уҡытыусы, «Һабан турғайы»ның тәүге сығарылыш уҡыусыһы Галина Чемшит Стәрлетамаҡ балалар сәнғәт мәктәбен тамамлап, Салауат музыка колледжында уҡып йөрөүсе Лена Матвееваның «World Skills» чемпионатының төбәк этабында призер булыуын, ҡыуанып хәбәр итте. – Мин хорҙың ни тиклем мөһим булыуын аңлаған музыка мәктәбе директорҙарына рәхмәтлемен. Сөнки хорҙа шөгөлләнғән бала үҙен генә түгел, үҙенең мәктәбен дә, ҡалаһын да данлай бит, тине ул.

Уның был һүҙҙәре менән һәр кем килешкәндер, моғайын.

Рәхмәтле тамашасылар һәм ата-әсәләр ҙур алҡыштарға күмделәр хорҙа сығыш яһаусыларҙы. Фестивалдә һәр сығышты йотлоғоп тыңланылар тиһәм дә, яңылышмамын. Балалар хорҙары ла, өлкәндәр хоры ла юғары кимәлдә башҡарылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, сарала 9 балалар, 2 өлкәндәр хоры, барлығы 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был сара бындай хорҙар һәр мәктәптә ойошторолорға һәм булырға тейеш тигән өмөтлө теләк ҡалдырҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Читайте нас: