Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2020, 14:25

Һәр хәрәкәт хәтер булып балҡыны!

Бейеүҙәрҙә тормош сағыла... Тик һәр әҫәр ҙә тормоштоң матурлығын ғына еткермәй шул, үкенескә ҡаршы, улар – һағыш көҙгөһө лә, ил башына төшкән афәтте кәүҙәләндереүсе лә ҡай саҡта.

Стәрлетамаҡ филармонияһының Бейеү театры сираттағы концертын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнаны. “Бөйөк яу йылдарына баш эйеп...” тип аталған был тамашала тәҡдим ителгән бейеүҙәр ҙә ХХ быуатта илебеҙ өҫтөнә ябырылған һуғыш афәтен бөтә трагик нескәлектәрендә кәүҙәләндерҙе һымаҡ. Концерт-та тамашасы берсә 27 миллион ҡорбандың ашмай ҡалған хыял-дарын уйлап тетрәнһә, берсә яугирҙарҙың батырлыҡтарын күҙ алдына баҫтырып, ғорурланмай ҡалма-ғандыр. Бейеүселәрҙең оҫталығы, йырсыларҙың һағышлы ла, моңло ла йырҙары барыбыҙҙы ла бынан етмеш биш йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайтты.

Ә шулай ҙа... Ә шулай ҙа башҡорт халҡы өсөн Ватан хаҡына яуға күтәрелеү был ваҡиғанан күпкә алдараҡ башланған бит – “Порт Артур”, Любезники-любизар” һымаҡ бейеүҙәр һәм башҡа әҫәрҙәр сал тарихҡа тиклем сәйәхәткә илтте тамашасыны. “Дала сыңы”, Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының саялығы... Халҡыбыҙ борон-борондан яугир ҙа, шағир күңелле лә булған шул!

Шағир тигәндән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалдаттар яу михнәте кисергән мәлдә лә, дошман ут һибеп торғанда ла матурлыҡ хаҡында уйлауҙан туҡтамаған. Кемдер тәбиғәтен һағынып шиғыр яҙған, кемдер әсәһенә бағышлап йыр сығарған, һөйгән йәрҙәрен юҡһынып та һалдаттар “Василий Теркин” һымаҡ ер һелкетеп бейергә төшкән. Ә иң мөһиме, “Рейхстаг стенаһына” тиклем барып еткән совет һалдаттары! Финалдағы ошо бейеүҙә сағылған Еңеүҙең ҡәҙере лә, хәтере лә күҙ алдынан оҙаҡ китмәҫ әле, киләһе быуындарға ла барып етер һымаҡ ул хәтер. “Бөйөк яу йылдарына баш эйгән хәтер”! Бындай хәтерҙе тыуҙырған артистарҙың, ойоштороусыларҙың үҙҙәренең алдында ла тик баш эйергә генә ҡала.
А. ЛАТИПОВ фотоһы.
Читайте нас: