Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2020, 15:05

Стәрлетамаҡ – Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы

Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре активы булды. Унда 2019 йылға йомғаҡтар яһалды һәм ағымдағы йылға пландар билдәләнде. Кәңәшмә башланыр алдынан фойела ҡала мәҙәниәт усаҡтары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләне.

Актив эшендә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко, ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, мәҙәниәт усаҡтары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәмәғәтселек ойошмалары һәм ижади союздар вәкилдәре ҡатнашты.
Зөфәр Зиннәтуллин үҙенең сығышында ҡалалағы мәҙәниәт усаҡтарының эше менән ентекле таныштырып үтте:
- Әлеге ваҡытта 7 муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы, 9 милли йәмәғәтселек үҙәге, 24 үҙешмәкәр художество коллективы эшләй, мәҙәниәт усаҡтары тарафынан 2019 йылда йәмғеһе 4394 мәҙәни саралар уҙғарылды, - тип һандарға ла туҡталып үтте ул. - Музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә 2210 бала уҡыһа, 2019 йылда китап һөйөүселәр 70 меңгә яҡын булып киткән.
2019 йылда картиналар галереяһында ла төрлө саралар әүҙем үтеп тора: «Виртуаль Рус музейы» мәғлүмәт-белем биреү үҙәге асылды, Дәүләт Рус музейы менән берлектә артабан хеҙмәттәшлек итеүгә килешеү төҙөлгән. Октябрҙә галереяла «Ҡыҙыҡлы мәнфәғәт» клубы булдырылған. «Һынлы сәнғәт тарихының ҡыҫҡа курсы» лекторийы программаһы әҙерләнелгән. Артабан «Мәҙәни шәмбе» төбәк проекты сиктәрендә үҫмерҙәр һәм студенттар өсөн программа булдырыу планлаштырыла. Әлбиттә, барлыҡ ойошторолған сараларҙы телгә алғанда, бында исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә булыр ине. Иң мөһиме, Стәрлетамаҡ йылды мәҙәни өлкәлә уңышлы тамамлаған.
Ултырыш аҙағында бүләкләү тантанаһы булды.
Читайте нас: