Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2020, 14:00

Улар инерция буйынса йәшәй

Михаил Задорновты сатира оҫтаһы тип белә инек. Бынан тиҫтә йылдар элек булған сығыштарын ҡараһаҡ, яҙыусының күрәҙәлек һәләтенә лә инанып ҡуяһың. Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр боҙолоуы, Ҡытайҙан килгән афәт... – һәммәһе лә сағыла уның яҙмаларында. Хәйер, сатирик бар жанрҙа ла уңышлы эшләне, барлыҡ темаларҙы ла оҫта яҡтыртты, әммә һүҙ әлегә глобаль сәйәсәт тә, глобаль сир хаҡында ла түгел, кешелекте йәшәткән йәки бөлдөрткән, уларҙан да бөйөгөрәк төшөнсә лә бар бит әле тормошта – Мөхәббәт! Бына нимә тураһында әйтке килә. Дөрөҫөрәге, яҙыусының “Последняя попытка” әҫәре буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ҡуйған спектакль тураһында.

“Килдең, киттең – хуш, байғош...” тип атала ул тамаша. Бөйөк хистәр тиһәк тә, спектаклдә бөгөнгө көндәге ҡәҙимге “көнкүреш” күрһәтелә шулай ҙа. Әммә “көнкүрештең” дә ниндәйе бит әле һәм ир менән ҡатын, геройҙар үҙҙәре әйтмешләй, бер ғаилә булып инерция буйынса ғына йәшәп ятҡанда тормоштарына ҙур яңылыҡ килеп инә. Дөрөҫөрәге, ул яңылыҡ Елена Владимировна (ҡатын) өсөн генә икән. Баҡтиһәң, Андрей (ғаилә башлығы) инде ике йыл Оксана исемле ҡыҙ менән осрашып йөрөй һәм йәш һылыуҡайға ҡатынынан ана айырылам, бына айырылам тип алдаштыра килә. Әммә ҡайһы саҡ бер ҡатлы йәш ҡыҙ ҙа тәүәккәл булып ҡуя шул – Оксана һуңғы тапҡыр уҡталып, вәғәҙәләрҙән арып... тура Еленаның үҙенә килә! Буш ҡул менән түгел, әлбиттә, Андрей өсөн ул ике миллион һум бирергә әҙер. Ғаилә ҡороуға егерме йыл тулыу айҡанлы юбилей кисәһенә әҙерләнеп йөрөгән Елена Владимировна өсөн үәт сюрприз!

Был урында Еленаға ҡыҙҙы сырылдатып ҡыуып сығарыу, иренең эштән ҡайтҡанын көтөп алып, янъял ҡуптарыу бер ни тормай. Иренең һөйәркәһе үҙе өйөнә килһен әле, етмәһә, “Һат!” тип – янъял ҡуптармаҫлыҡмы һуң! Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ хәйләһе лә, ҡырҡ сабырлығы ла бар. Елена Владимировна ла килеп тыуған хәлдән үҙенсәлекле сығырға була.
Уйлай китһәк, бында Еленаға ҡапыл ниндәй ауыр йөк ауа, ниндәй кәмһетеүгә дусар була ул! Ролде башҡарған Айгөл Зөбәйҙуллинаның үҙенә лә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, еңел түгелдер – ир-егеттең ошолайтып биттән көлөүе теләһә ҡайһы гүзәл зат өсөн дә – ҙур рәнйеш! Әммә актрисаның оҫталығы героиянаның ғорурлығына тап төшөрмәй. Уртын сәйнәп булһа ла түҙә, үҙен аҡыллы һәм тәүәккәл ҡатын итеп күрһәтә Елена Владимировна!

Әлбиттә, ошоға оҡшаш тема яҡтыртҡан, хатта сюжеты менән дә оҡшаш сәхнә әҫәрҙәре Рәсәй драматургияһында аҙ түгел, әммә бында автор, миңә ҡалһа, көтөлмәгәнлек һәм боролоштар аша әҫәрҙе үҙенсәлекле итә. Спектаклде ҡарағанда бына Андрей ҡайтты, аңлаштылар, ир йәш һөйәркә менән сығып китә тип уйлап ултыраһың. Әммә барыһы ла төшөндө, сиселде, инде тамам ғына тигәндә сюжет яңы боролош ала ла ҡуя. Өйөнә ингән Андрей аш бүлмәһендә ике ҡатындың бергә ултырғандарын күреп, эштең нимәлә икәнен тиҙ шәйләп ҡала һәм, һөжүм итеүҙән дә яҡшыраҡ һаҡланыу ысулы юҡ тигәндәй, ике көндәштең үҙенә йәбешә. Йәнәһе лә өйҙәге иң ҡиммәтле эсемлекте эскәндәр! Туҡта-туҡта! Быға тиклем Оксанаға иң матур, иң батыр ғына түгел, выжданлы һәм изге күңелле, ғөмүмән, идеал булып күренгән Андрей ҡарун түгелме һуң?!. Ҡыҙҙың ҡолағы ҡарп итмәҫ ерҙән ҡарп итер. Ләкин был аждаһаның ҡойроғо ғына әле! Ә үҙенә хаҡ ҡуйғандарын аңлағас, күрһәгеҙ икән ирҙең нисек ҡыланғанын. Ҡатынын бурҙан да ҡыҙҙыра, йәнһеҙлектә лә ғәйепләй. Ә үҙенең “ғаилә буры”, һуңғы йылдарҙа ҡатынына “яратам” тип әйтергә йыбанған, мөхәббәттән яралған ғаиләне инде килеп бер-береңә күнегелгән көйө йәки “инерция буйынса” йәшәүгә килтереп еткергән (хәйер, бында ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр) йәнһеҙ икәнен беләме – юҡтыр, белһә, ҡатынына аҙыраҡ өлөш ҡалһын тип, үҙенең хаҡын төшөрөп ултырмаҫ ине. Баҡтиһәң, ҡан баҫымы ла бар, радикулиты ла, “өс тостан артыҡ белмәй”... тағы әллә ниндәй етешһеҙлектәре асылыр ине, әммә быға ла сик ҡуйырға кәрәк. Ғөмүмән, Андрей ҡабаланып-ҡабаланып сумаҙандарын йыя башлай, бер өйөм булып китә улары. Әммә, ҡатындары әйтмешләй, эх, Турик-Турик, сумаҙандарың күп тә бит, эстәре буш икән шул... Нисек кенә булмаһын, Андрей йәш ҡыҙ менән сығып китергә әҙер! Тик... Оксана ғына уны түләп тә, бушҡа ла, хатта Елена үҙе түләһә лә алмай хәҙер. Мөхәббәт геройының битлеге сиселде һәм, иң мөһиме, Елена Оксананы үҙенеке һымаҡ бәхетһеҙлектән, йыраҡ киләсәктә инерция буйынса йәшәүҙән ҡотҡарып ҡалды!

Һуңғы йылдарҙа Илгиз Әкимбәтовтың Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында, Т. Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”ындағы ролдәре аша төрлө образдарҙы берҙәй уңышлы һынландыра алыуына тамашасы инанғандыр. Ә бында бөтөнләй яңы йүнәлеш, яңы типаж тигәндәй. Ҡәбәхәтме ул – Андрей, бөгөнгө йәмғиәттең ҡорбанымы – тәү ҡарашҡа әйтеүе лә ауыр. Ҡалай ғына булмаһын, Илгиз хаталанған замандашыбыҙҙы оҫта һынландыра алған, минеңсә. Ҡәҙриә Аҡбаева ла Оксананы бирелеп китеп уйнай, күҙ алдына бер үк ваҡытта ғашиҡ та, йүләр ҙә, еңел холоҡло ла, бәхетле һәм бәхетһеҙ ҙә ҡыҙ килеп баҫа.
...Андрей. Был исем урынына төрлө милләткә хас исемдәр ҡуйырға булыр ине. Ғөмүмән, әҫәр бер милләт, бер географик урынға ғына бәйләнмәгән һәм спектаклдең режиссеры Айҙар Зарипов, нәҡ ошо пьесаға мөрәжәғәт итеп, яңылышмағандыр, ғөмүмән, был әҫәр – дөйөм йәмғиәттең көҙгөһө.
Ана бит, статистика мәғлүмәттәре нимә һөйләй: Рәсәйҙә ир-аттың – 70-тән ашыу процентының, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 25 процентының һөйәре-һөйәркәһе бар, имеш. Был һандар ун тапҡыр шаштырып әйтелгәндә лә, сәстәр үрә торорлоҡ. Тик һандарға нимә килтереп еткергән һуң – бына нимә өҫтөндә баш вата режиссер! Шул уҡ ваҡытта текст текст менән, әҫәрҙе сәхнәләштереү күпме хеҙмәт талап итә. Ике шаршауҙан бер шаршау ҡалдырыу, урындағы йәшәйешкә, заманға бәйләү, сәхнәле предметтар – быларҙың барыһын да күҙ уңында тота режиссер, мауыҡтырғыс тамаша үрә. Хәйер, яңылышһам, театр белгестәре төҙәтер, тексты тағы ла ҡыҫҡартырға урын бар әле... Ә бына биҙәлешкә килгәндә, һәр тамашасының үҙ фекере тигәндәй, диван-автомобилгә, тәгәрмәстәрҙән яһалған ултырғыстарға ҡарап, ғаиләне лә шул диванға оҡшатаһың, бер килеп, тормошобоҙ ҡайҙалыр алға саба – тәгәрмәстәр өҫтөндәге һымаҡ, бер-беребеҙгә “яратам”, “хәйерле иртә”, “хәйерле кис” әйтеп өлгөрмәйбеҙ тип тә уйлап ҡуяһың. Шул уҡ ваҡытта яңы алымдар, “замана театры” тигән төшөнсәне лә иҫендә тота Айҙар. Экран ярҙамында геройҙың тышҡа сығып, Стәрлетамаҡ урамдары буйлап атлауы, тамашасы (урамдағы кешеләр) араһында йөрөүе һәм спектакль ҡараусы менән диалогҡа инеүе спектаклде һис шикһеҙ ҡыҙыҡлыраҡ итә. Бына бит, ҡиммәтле технология менән ҡиммәтле ҡоролмалар ҡулланмай ҙа заманса, үҙенсәлекле тамаша әҙерләп була. Бындай “компактлы” спектакль менән “һә тигәнсе” ҡубып, райондарға гастролгә сығып китеүе лә бер ни түгел.

Дөрөҫөн әйткәндә, был яҙманан һуң кемдер, бәлки, яңы ғына спектаклдең премьераһы булғандыр тип уйлап ҡуйғандыр, әммә “Килдең, киттең – хуш, байғош” Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә инде ярты йыл шаулап-гөрләп бара һәм тамашаға ҡарата фекерҙәр премьеранан һуң (хатта премьеранан алда!) түгел, ә ошолай бер аҙ ваҡыт үткәс тә йышыраҡ әйтелһен ине ул.
...Спектакль һуңында героиняның “апайым мөхәббәт буйынса түгел, бала саҡтағы дуҫҡа кейәүгә сығырға кәрәк” (һуңынан әлеге һымаҡ “ауыҙ бешмәҫкә” йәнәһе) тигән һүҙҙәре һағайта һымаҡ, әммә уйлана-уйлана шуға төшөнәһең: бәй, яратып өйләнешкәс, бирелгән вәғәҙәләргә, сигелгән ҡулъяулыҡтарға, пар балдаҡтарға... тоғро ҡалып, ҡартайғас та, ваҡыт үткәс тә яратып йәшәргә кәрәк икән дә! Эйе, геройҙар инерция буйынса йәшәй, ә беҙ тамашасылар, кешеләр нисек йәшәйбеҙ һуң?!.

Фото Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: