Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
26 Февраль 2020, 14:05

Асылыбыҙ түгелме икән, һин, өләсәй?!.

Күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә премьера үтте. “Ләсәй” спектаклен сәхнәгә сығарыусылар был ваҡиғаны Башҡорт теле йылына арнаны. Хәйер, бында күтәрелгән мәсьәләләр тел сиктәрен күпкә үтеп сыға һымаҡ.

Сит ил ҡанун-талаптарына яраҡлашып, заманса йәшәргә ынтылған ҡайһы бер йәштәрҙең тормошон күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Оля менән Леша ла шундайҙарҙың вәкиле. Шаршауһыҙ тәҙрә, йыһазһыҙ фатир, ҡатын таң менән эшкә сығып китә лә төн еткәс кенә ҡайтып инә (ипотеканы нисек тә түләргә кәрәк бит!), ә ғаилә башлығы өйҙә интернетта эшләй, ашарға бешереп, өйҙө йыйыштырып тора. Әллә эшләй, әллә компьютерҙа “Ведьмак”ты ҡыуа, этем белһен... Ғөмүмән, тормоштары баш түбән әйләнгән. Башҡорт ауылында тыуып үҫкән Әлфиәнең Оля булып китеүе лә шул буталған донъяның бер көҙгөһөлөр, буғай.
Күпме дауам итер ине икән бындай тормош, әгәр ҙә... ауылдан Әлфиәнең ләсәһе (ҡыҙ өләсәһен шулай тип йөрөтә) ҡунаҡҡа килеп төшмәһә һәм барыһын да инде үҙебеҙҙең тормош ҡанундарына яраҡлы үҙгәртмәһә. Шулай ҙа Маһинур Нурулловнаға еңел булмай башта, Әлфиә һаман да Оля булып ҡалырға тырыша, эш менән – көнөн, кәйеф-сафа ҡороу менән төнөн уҙғарыуҙы дауам итә, ҡаршылаша әле.
Ул хатта өләсәһе менән русса һөйләшеү генә түгел, битәрләргә лә тартынып тормай, үҙенең хаталарында яҡын кешеһенең тәрбиәһен ғәйепләй, йәнәһе “иҫкесә” тәрбиә биргән. Әммә өләсәй – сабыр кеше! Күптән инде үҫеп еткән ҡыҙын тормош тәжрибәһенә, халыҡ сығанаҡтарына таянып тәрбиәләй, ә бит оло кешене тәрбиәләү, ай-һай еңел түгел. Әйтергә кәрәк, ваҡыты менән ҡорбандарға барырға ла тура килә: Леша сығып китә (хәйер, өләсәй әйтмешләй, уға ҡарағанда аяҡтағы ҡата ҡиммәтлерәк бит, шуға был ваҡиға бер ҙә мөхәббәт трагедияһына әүерелмәй), кәйеф-сафа бөтә, артабан иһә өйҙә тәмле милли ризыҡ еҫтәре тарала, йорт балаҫтар менән биҙәлә. Иң мөһиме: Маһинур инәй еңеп сыға – Әлфиә тәүбәгә ҡайта! Үҙ телендә һөйләшә башлай, Леша һымаҡ ни ир, ни ҡатын заттар артынан йүгереп, эргәһендә Сабир һымаҡ ысын ир-егеттәргә иғтибар итмәгәнен аңлай һәм ул хаталарҙы ғәфү итергә өйрәнә. Ә кисерерлек хаталары бар уның – бит ҡыҙ оҙаҡ йылдар ғәзиз әсәһен төрмәгә ултырыуын кисерә алмай. Тик әсәй кеше генә был хатаны ҡыҙы, уның яҡты киләсәге тип ҡылған шул. Нисек кенә булмаһын, Әлфиә әсәһен телефон аша туйына саҡыра! Туй менән тамамланған ваҡиғанан да йәмлерәге, йәнлерәге бармы һуң!
Әйтергә кәрәк, бында өләсәйҙең йоғонтоһо бер Әлфиәгә генә түгел, уның үҙе һымаҡ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ә бала табырға теләмәгәндәрен иҫәпкә алғанда, бөтөнләй тормоштоң мәғәнәһен онота барған дуҫтарына ла етә: Мари, баҡтиһәң, Мәрйәм икән, Женя иһә Йәүҙәт булып сыҡты... Бер Сәлим генә ысын икән дә! Ул үҙ телендә һөйләшергә лә тартынмай, ысын исеменән дә оялмай һәм Әлфиәгә “йәшәп ҡарар өсөн” түгел, ә бергәләп балалар үҫтерергә, тормош ҡорорға өйләнеүен белдерә! Эйе, ул ысын, бәлки, уның ижади кеше йәки тәбиғәт менән башҡаларға ҡарағанда яҡыныраҡ бәйләнештә булыуынан да киләлер был “айырма”? Уйланырға урын бар, әлбиттә...

Шулай, күптәргә өләсәй тәрбиәһе етмәй. Кире үҙ телебеҙҙә һөйләшергә өйрәтеү өсөн генәме ни, буш күңел-йорттарыбыҙҙы аҫалы балаҫтар менән биҙәр өсөн, тормоштоң мәғәнәһе кәйеф-сафала, осраҡлы бер кеше менән мөнәсәбәт (шул иҫәптән енси) ҡороуҙа түгел, ә бергә мөхәббәт нигеҙендә ғаилә булдырып, артабан үҙ дауамыңды ҡалдырыуҙа икәнлеген аңлатыр өсөн дә! Ошо урында Ләсәй (өләсәй) үҙе юғалып ҡалған асылыбыҙ булып күҙ алдына баҫа. Журналист Азамат Юлдашбаев әйтмешләй, беҙ өлөсәйле халыҡ һәм, иң мөһиме, шул өләсәйҙәребеҙ, асылыбыҙ тауышына ҡолаҡ һалырға һуң түгел әле...
Тамашаның уңышына килгәндә, спектаклдә күтәрелгән темалар – һис шикһеҙ, көнүҙәк мәсьәләләр, тик ул темалар ныҡ тарҡалған һымаҡ та урыны менән: Әлфиәнең үҙен юғалта барыуы тураһында ғына уйланып ҡалмайһың, әсәһенең тормошо ла сюжетҡа килеп инә, автор (Юлиә Тупикина) Оляның атаһының яҙмышын да, олатаһының үлемен дә, ҡайһы бер түрәләрҙең отчет өсөн генә башҡарған эштәрен дә, тағы әллә күпме деталдәрҙе өҫтәүҙе лә кәрәк тип тапҡан, ваҡыты менән бөтә йүнәлеште башта бергә туплауы ла ауырлаша. Хәйер, ябай тамашасымын, бәлки, спектаклдең режиссеры, йәш(!) талант Тимур Ғәлиев бөтөнләй икенсе мәғәнә лә һалғандыр ул деталдәргә! Артҡы планда ултырған әсәй кеше лә бит тамаша бөткәнсе урынынан ҡуҙғала алмай, уны, әйтерһең дә, ниндәйҙер кәртә тота һәм ҡыҙы кисергәс кенә уны беҙ Әлфиә янында алғы планда күрәбеҙ! Шулай тыныс ҡына башланған спектаклгә динамика өҫтәлә килә-өҫтәлә килә һәм көсөргәнеш күҙгә ташлана: Әлфиәнән Леша китә, эшенән ҡыуалар, әхирәте менән араһы боҙола... Әммә тормошта барыһы ла юғалмаған икән әле: Сәлим үҙе көрәп аҡса таба, ипотека тип ҡайғыраһы түгел, әхирәте Мәрйәм дә Әлфиәне кисереп, кире килә. Ысынлап та, бәлки, Әлфиә һымаҡ тормошта бөтөнләй икенсе идеалдар булдырып, шулар артынан ҡыуабыҙҙыр, ә бәхет бына ул, эргәлә генә, күрергә генә кәрәк! Әлфиәгә лә бәхетле булыуы өсөн ни бары асылына ҡайтып, әсәһе сиккән матур милли күлдәк кейергә, үҙ телендә һөйләшә башларға ғына кәрәк бит. Ябай ғына һымаҡ, бәлки, тормошта ла күп нәмәләрҙе үҙебеҙ ҡатмарлаштырабыҙ түгелме?!

Һүҙ аҙағында ошо матур-матур ролдәрҙе һынландырған актерҙарҙың хеҙмәте тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Мәҫәлән, Әлфиә өләсәһенең сумкаһын серле һандыҡ менән сағыштыра, әммә һандығы ғына түгел, Маһинур инәй үҙе лә – рух сығанағы. Геройҙа актерҙың бар оҫталығы тупланғанын һыҙыҡ өҫтөнә алғанда, Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова ул ролгә үҙенең күңелендәге бөтә булған рухи хазинаһын өргән һымаҡ, шунһыҙ беҙ өләсәйҙә зирәклекте лә, халыҡсанлыҡ та тоя алмаҫ инек. Ә бына Гөлйемеш Ибраһимованы ошондай төп ролдә тәүгегә күреүем, уның ҡарауы, “тәүге ҡоймаҡ” уңды, минеңсә. Актриса күңел үҫешен, героиняның эске конфликтын тамашасыға алып барып еткерә алды. Ә мыҡты кәүҙәле, көр тауышлы Илнур Атйетәровта ысын башҡорт егетен, Сәлимде нисек танымайһың! Күңел тыныслығы таба алмаған әсәне кәүҙәләндереүсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова, глобалләштереү шауҡымында аҙашып ҡалған йәштәрҙе һынландырған Фәнил Ҡарасурин, Әлфинур Ғәзимова, Марат Зөбәйеров һәм башҡа актерҙар ҙа үҙ бурыстарын лайыҡлы атҡарып сыҡты, миңә ҡалһа.
...Эйе, оҫта уйналған уйландырырлыҡ тамаша был, иң мөһиме, уны ҡарап уйланырлыҡ тамашасыһы ғына күберәк булһын!

Айҙар ЛАТИПОВ фотоһы.
Читайте нас: