Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
26 Февраль 2020, 18:25

“Башҡорт ҡунаҡханаһы”на рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле милләттәштәр, ҡәрҙәштәр!Бынан 40 йыл элек, 1979 йылда Стәрлетамаҡтың Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында (40 лет ВЛКСМ) “Башҡорт ҡунаҡханаһы” тигән ял кисәһен ойоштороп ебәрҙек.

Төрлө темаларҙы үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле кисә үҙ ваҡытында башҡорт-татар йәштәренең яратҡан ял итеү урыны ине. Унда ҡыҙыҡлы шәхестәр: йырсылар, яҙыусылар, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар, шулай уҡ бер-берең менән танышыуҙар ойоштора инек. Ошо уйын-көлкө менән үрелеп барған кисәләрҙә танышып, күпме парҙар бер-береһен тапты, ҡауышты, өйләнеште. Әле, ҡырҡ йылдан һуң, ошо кисәне яңынан тергеҙергә булдыҡ. Уны яңы форматта тәҡдим итәбеҙ. Ул һәр кесаҙна уҙғарыласаҡ.
5 мартта 19 сәғәттә “Берҙәмлек” кафеһына (“Фабри” туҡталышы”) йырлы-бейеүле кисәгә рәхим итегеҙ!
Инеү хаҡы: 200 һум. Ошо хаҡҡа сәй табыны ла инә. Йәш сикләүе юҡ. Белешмә өсөн телефон: 8 917 445 47 63.
Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ, ҡәҙерле туғандар!
Читайте нас: