Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йырлайһы йырҙарым бар әле!..

Рәмил Ғимрани. Был исем Стәрлетамаҡ өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле. Уның Стәрлетамаҡ сәхнәләрен, ғөмүмән ҡаланы гөрләткән саҡтарын халыҡ әле лә һағынып һөйләп ала.

Рәмил Ғимрани - 90-сы йылдарҙа илдә барған үҙгәртеп ҡороу осоронда (рухи күтәрелеш йылдарында) Стәрлетамаҡтың милли мәҙәни, әҙәби донъяһында ҡайнап, халыҡта милли үҙаңды уятып алға әйҙәп йөрөгән ҡыйыу ир-егеттәрҙең береһе. Бик күп популяр йырҙар авторы, “Ашҡаҙар” гәзите сыға башлаған йылдарҙа әүҙем яҙышыусы, бихисап мәҡәләләр һәм шиғырҙар авторы һәм башҡа бик күп төрлө һөнәр эйәһе. Ул тик Рәмилсә генә булған үҙ моңо, үҙ тауышы, үҙ һүҙе менән Стәрлетамаҡҡа бер йәм биреп (булып) ике тиҫтәгә йылға яҡын йыл эшләне һәм йәшәне, ижад итте. Тик бәндәне ризыҡ йөрөтә тиҙәр, Рәмил Ғимраниҙы ла 2005 йылда яҙмыш тыуған яғы - Ғафуриға алып китте.
Красноусолға ҡайтыу менән ул йәнә лә дәртләнеп, ең һыҙғанып эшкә тотона, район мәҙәниәт йортонда тик ирҙәрҙән генә торған “Уҡлы ҡая” халыҡ ансамбле ойоштора. Ғафури районындағы бер сара ла уларҙан башҡа үтмәй. Ансамбль менән йыл һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашып урындар (еңеүҙәр) алып ҡайта. Һанай китһәң, улар бихисап: 2017 йылда Стәрлетамаҡта үткән “Халыҡ таланттары” фестивалендә, 2018 йылда Ишембайҙа халыҡ һәм вокаль ансамблдәр конкурсында, 2019 йылда Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондарында һ.б.
Рәмил Ғимраниҙың исеме халыҡҡа һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙып, шул йырҙарҙы үҙе башҡарған йырсы-композитор булараҡ яҡшы таныш. Ғафури районында ғына ла ул өс тиҫтәнән ашыу ауылға атап йырҙар ижад итте. Ул ижад иткән йырҙарҙы төрлө быуын артистары әле булһа яратып башҡара.
Һуңғы йылдарҙағы ижадына килгәндә лә, һөйөнөслө ваҡиғалар күп. Ғафури тәбиғәтенең гәлсәр шишмәләре кеүек, тынғы белмәҫ ижадының яңынан-яңы яҡтары асылып, бөрөләнеп кенә тора. “Йәшлек йылдарымда күбеһенсә йырҙар яҙған булһам, һуңғы йылдарҙа робағиҙар ижад итә, мәҫәлдәр яҙа, бәйеттәр сығара башланым, ти тынғыһыҙ шәхес. – Һәр хәлдә баш буш торғаны юҡ, башта күп уйҙар йөрөй, сәбәп кенә кәрәк. Оҙаҡламай Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн тиҙәйткестәр йыйынтығым донъя күрергә тора.
Һүҙ ыңғайы илгә бик күп шәхестәр биргән тыуған ауылым тураһында ла бер ауыҙ һүҙ әйтмәү яҙыҡ булыр, - ти әңгәмәсем. - Үҙбәк ауылы үҙенең шәхестәре менән феномен. Йөҙҙән саҡ ҡына ашыу өйлө ауылдан ике “Социалистик Хеҙмәт Геройы” - Фахразый Таһиров, Миңнегөл Санъярова, алты атҡаҙанған артист, 23 офицер, дүрт Ленин ордены кавалеры сыҡҡан, - тип дауам итә ул һүҙен ғорурлыҡ менән - 1812 йылда ауылыбыҙҙан өс тиҫтәгә яҡын ир һуғышҡа киткән, француз яуынан 8 генә яугир әйләнеп ҡайтҡан. Польша һуғыштарында, Юлай Аҙналин командаһында һуғышҡан Мәсәғүт Ишкәев кеүек батырҙары менән дә данлы минең ауылым. Ҡалғандарын һанай китһәң – күпме врачтар, уҡытыусылар һ.б. әйтеп тораһы ла түгел.
Әлбиттә, ошондай данлыҡлы ауылдан сыҡҡан Рәмил Ғимраниҙың да хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге Стәрлетамаҡ ҡала премияһы лауреаты, “Башҡортостандың 100 йыллығы” миҙалы менән бүләкләнгән, Ғафури районының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булған.
Ләкин гел генә барыһы ла ал да гөл булып тормай шул. Тормош Рәмилгә лә ауыр һынауҙар ебәрә. Шулай һәүетемсә генә эшләп, йәшәп ятҡанда йөрәге “шаярып”, сәләмәтлеге ҡаҡшай башлай. Табиптар уның йөрәген операция менән генә ҡотҡарып буласаҡ, тигән ҡарарға килә. Алдына - йә ҡалаһың, йә үләһең тигән һорау килеп баҫа. Операция яһағас, туғыҙ көн комала ятҡандан һуң ғына күҙҙәрен аса.... 21 көн реанимацияла була. Шулай итеп, бер ай әжәл менән алыша ул. “Күрәһең, эшләйһе эштәрем бөтмәгәндер инде, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт, ә бит яңынан сәхнәгә сығып, яңынан аяҡҡа баҫырыма өмөт өҙөлгәйне. Шөкөр, хәҙер барыһы ла артта ҡалды...” - Ул ҡара көндәрҙе иҫенә төшөргәндә әңгәмәсемдең күңеле нескәреп, күҙҙәре йәшләнеп ҡуйҙы. Ошо һынауҙарҙы еңеп сығыу өсөн ниндәй көслө рухлы булырға кәрәк бит!
Шөкөр, ул бөгөн дә һәр ваҡыттағыса, эҙләнеүҙәр өҫтөндә, йәнә лә дәртләнеберәк ижад итә. 2018 йылда “Һыуытмайыҡ атай нигеҙен!” тигән әҫәре менән “Йөрәк һүҙе” телевизион проектында ҡатнаша. “Ошо әҫәрем 15 минут эсендә тыуҙы”, - ти ул был турала. Рияз Исхаҡовтың “Һөйәнтөҫ” тигән фильмында Атай ролен уйнай. - Бәләкәйҙән актер булырға хыялландым, ә шулай ҙа актер булырға насип булманы. Нисек кенә булмаһын, барыбер сәнғәт, шиғриәт, проза үҙенән ситкә ебәрмәне.
Рәмил Ғимрани ҡайҙа йәшәһә лә, ул һаман да Стәрлетамаҡтыҡы булып ҡала. Стәрлетамаҡ мәҙәни-әҙәби донъяһының сағыу бер биҙәге булып халыҡ йөрәгендә ҡалған.
Яратҡан йырсыбыҙ, бик күп популяр йырҙар авторы Рәмил ҒИМРАНИ үҙенең яратҡан тамашасыларын 3 апрелдә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә киске сәғәт 7-лә (19 сәғәттә) башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында “Үҙем генә белгән юл менән” тип аталған юбилей концертында көтөп ҡала.
- Ошо юбилей концертының етәксеһе, ойоштороусыһы - Таһир Искәндәров. Уға рәхмәтлемен. Ысын сәнғәтте аңлаған, ижадымды ҡәҙер иткән кеше ул. Ә бит ижад кешеһе өсөн был бик мөһим, - ти Рәмил Мөхәмәтхәй улы. Концертта билдәле йырсылар Ғәзим Ильясов, Азамат Тимеров, Фирзинә Абдуллина, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Булат Йосопов, Ғаяз һәм Зөлфиҙә Муллағәлиевтар, талантлы йәш йырсы Айнур Абдуллин, ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов, бейеүсе Илшат Хәбибуллин, баянсы Наил Вәлиев ҡатнаша. Алып барыусылар - Рәзилә Хәбибуллина менән Фәрүәз Урманшин.
Бай йөкмәткеле, тәрән рухлы тамашанан ситтә ҡалмайыҡ, ағай-эне! Әйҙәгеҙ, бергәләп күңел хазинабыҙҙы байытайыҡ!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: