Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
13 Апрель 2020, 17:15

Артистарыбыҙ өйҙә лә тик ултырмай

- Ошондай ауыр һынау ваҡытында артистарыбыҙ тик ултырмай, тамашасыларға тоғро ҡала, ҡулдан килгәнсә халыҡҡа хеҙмәт итә. Төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле сығыштары менән тамашасының күңелен күтәрергә тырыша. Мәҫәлән, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов буласаҡ премьераның онлайн репитицияларын башланы. Әлегә исеме сер булып ҡалһын, жанрын ғына әйтәм – комедия.Артистарыбыҙ үҙҙәренең һәләттәрен, йыр, бейеү, һүҙ оҫталығы менән генә түгел, төрлө яңы алымдар менән күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, спорт күнекмәләре менән шөғөлләнәләр. Актер Рәсил Сынбулатов балалар өсөн ҡыҙыҡлы челлендж уйлап сығарҙы һәм был уйын берләшмә хеҙмәткәрҙәренең балаларына эстафета формаһында тапшырыла. Йәғни балалар баштүбән тороп футболка кейеүҙә үҙҙәренең таһыллығын һынай. Был мауыҡтырғыс уйын хәҙер социаль селтәрҙәрҙә киң танылыу ала бара. Хәҙерге ваҡытта бөтә кеше тиерлек Интернет селтәрендә ултыра. “Мин уҡыйым – һин тыңла” тигән хикәйәләр серияһынан торған онлайн-проект башланды. Шулай уҡ, театрҙың режиссеры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә пьеса уҡыуҙар алып барыла. Һәм был онлайн-уҡыуҙар күптәр өсөн бик ҡулай. Артистар “Иҫтәлек” тигән исем аҫтында элекке уйналған спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар, гастролдәрҙән күренештәр, үҙҙәренең тормошон сағылдырған төрлө фотографиялар менән бүлешә. Йәш актерҙар Фәнил Ҡарасурин менән Сәлимә Солтангәрәеваның онлайн ҡыҙыҡ-мәҙәк тамашалырын ҡарап һен ҡатҡансы көлөрлөк. Улар Инстаграмда бик күп лайк йыя бара. “Күңелле йәшәйбеҙ!” юмористик тележурналының төрлө йылдарҙағы спектаклдәре телевидениела ғына түгел, Интернет селтәрендә лә, Ютуб каналында ла халыҡ күңелен яулай.Бына шулай, яңы эш режимында эштәр гөрләй. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!Роза ҠОБАҒОШОВА.

- Ошондай ауыр һынау ваҡытында артистарыбыҙ тик ултырмай, тамашасыларға тоғро ҡала, ҡулдан килгәнсә халыҡҡа хеҙмәт итә. Төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле сығыштары менән тамашасының күңелен күтәрергә тырыша. Мәҫәлән, театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов буласаҡ премьераның онлайн репитицияларын башланы. Әлегә исеме сер булып ҡалһын, жанрын ғына әйтәм – комедия.
Артистарыбыҙ үҙҙәренең һәләттәрен, йыр, бейеү, һүҙ оҫталығы менән генә түгел, төрлө яңы алымдар менән күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, спорт күнекмәләре менән шөғөлләнәләр. Актер Рәсил Сынбулатов балалар өсөн ҡыҙыҡлы челлендж уйлап сығарҙы һәм был уйын берләшмә хеҙмәткәрҙәренең балаларына эстафета формаһында тапшырыла. Йәғни балалар баштүбән тороп футболка кейеүҙә үҙҙәренең таһыллығын һынай. Был мауыҡтырғыс уйын хәҙер социаль селтәрҙәрҙә киң танылыу ала бара.
Хәҙерге ваҡытта бөтә кеше тиерлек Интернет селтәрендә ултыра. “Мин уҡыйым – һин тыңла” тигән хикәйәләр серияһынан торған онлайн-проект башланды. Шулай уҡ, театрҙың режиссеры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә пьеса уҡыуҙар алып барыла. Һәм был онлайн-уҡыуҙар күптәр өсөн бик ҡулай. Артистар “Иҫтәлек” тигән исем аҫтында элекке уйналған спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар, гастролдәрҙән күренештәр, үҙҙәренең тормошон сағылдырған төрлө фотографиялар менән бүлешә. Йәш актерҙар Фәнил Ҡарасурин менән Сәлимә Солтангәрәеваның онлайн ҡыҙыҡ-мәҙәк тамашалырын ҡарап һен ҡатҡансы көлөрлөк. Улар Инстаграмда бик күп лайк йыя бара.
“Күңелле йәшәйбеҙ!” юмористик тележурналының төрлө йылдарҙағы спектаклдәре телевидениела ғына түгел, Интернет селтәрендә лә, Ютуб каналында ла халыҡ күңелен яулай.
Бына шулай, яңы эш режимында эштәр гөрләй. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас