Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
19 Июня 2020, 11:16
Башҡорт халыҡ шағиры М. Гафуриға арналған конференцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ
БР милли әҙәбиәт музейы “Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙә Мәжит Ғафури ижадының роле” Бөтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһында ҡатнашырға саҡыра. Конференция 2020 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында үтәсәк.Конференцияла ҡатнашыу өсөн фәнни, педагогия, мәҙәни-ағартыу, белем биреү усаҡтарының хеҙмәткәрҙәре, аспиранттар, студенттар, мәктәп уҡыусылары саҡырыла.
М. Ғафури ижадын өйрәнеү, шағир әҫәрҙәренең үҙенсәлеге, идея-тематик йүнәлештәре, балалар өсөн ижады, сәхнә әҫәрҙәре һәм уларҙы сәхнәгә ҡуйыу тарихы, фольклор мотивтары, Мәжит Ғафури ижадын белем биреү учреждениеларында өйрәнеү, авторҙың тел һәм стилистик үҙенсәлектәре һәм башҡа темалар буйынса материалдар ҡабул ителә.
Конференцияла ҡатнашыу өсөн 30 июнгә тиклем организация комитеты адресына (
nlmrb2000@mail.ru
) электрон форматта заявка һәм материалды ебәрергә кәрәк. Конференция йомғаҡтары буйынса электрон йыйынтыҡ донъя күрәсәк.
Килеп сыҡҡан һорауҙар буйынса БР милли әҙәбиәт музейына (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 160 йорт) мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"