Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
29 Июнь 2020, 15:15

Артистарыбыҙҙың хеҙмәте юғары баһаланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында стәрлетамаҡтар ҙа бар.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән бер юлы өс артист юғары наградаға лайыҡ булды. Башҡортостадың халыҡ артисы Альберт Шаһиев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Башҡорт драма театры актрисаһы Зөлфиә Хәлиловаға “Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы” исеме бирелде. Башҡорт драма театры артисы Рафиҡ Хәсәновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды. Яратҡан артистарыбыҙҙың һәммәһенә лә ижади уңыштар, илһамлы ижад, ныҡлы һаулыҡ, таҙалыҡ, бәхетле тормош һәм зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Был сағыу тантананан тағы ла бер яҡташыбыҙ бүләк менән ҡайтты – ҡаланың 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Марина Чистякова “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемгә эйә булды. Ҡотлайбыҙ һәм уға һаулыҡ, артабан да балаларҙың һәләтен асыуҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Роза САФИНА.
Читайте нас