Уҙған йылда аграрийҙар 1 200 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексының беренсе сиратын сафҡа индерҙе. Республика Төбәк фонды аша займ биреп, проектҡа ярҙам күрһәтте. Киләһе ике йылда бында 5 000 баштан ашыу һауын көтөүе өсөн һыйыр, быҙау аҙбарҙары, һауыу-һөт блогы һәм башҡа өҫтәмә биналар һалыу планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, комплекс проект ҡеүәтенә сығыу менән Башҡортостан ҙур күләмдә тауар һөтөн етештерә алырға, ә республикала һауын көтөүен үҫтереү буйынса заманса компетенциялар үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш.
Радий Хәбиров компания етәкселеге менән һөт һатыу мәсьәләләрен, дәүләт ярҙамы сараларын тикшерҙе һәм «Инвестиция сәғәт»ттәренең береһендә холдингты артабан үҫтереү мөмкинлектәрен ҡарарға тәҡдим итте.
«Беҙ алдыбыҙға Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса алдынғы булыу бурысын ҡуйҙыҡ. Беҙ – аграр биләмә, беҙҙә ауыл хужалығы көслө. Башҡортостан өсөн һөт малсылығы – төп йүнәлештәрҙең береһе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.