Автокинотеатрҙы асыу хөрмәтенә шулай уҡ автомобилдәр парады ойошторолдо. Ҡала урамдары буйлап ретро автомобилдәрҙә Pin-Up стилендә кейенгән ҡыҙҙар үтте. Ретро-кортеж кинотеатр майҙанына килеп еткәнсе Еңеү паркында, «Имәнкәй» скверында һәм «Бейеүсе торналар» фонтаны янында туҡталды.