Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет менән килешеп, Фольклориаданы киләһе йылдың июлендә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡава килтергән мәғлүмәттәр буйынса, унда 80 илдән коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. 2020 йылдың 15 июленә 57 ил теркәлгән. Өфөгә Бөтә донъя фольклориадаһына бөтәһе 2500-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә.
Республиканың 34 ҡала-районын үҙ эсенә алған ете фестиваль округы билдәләнгән. Фольклориаданың күсмә өлөшө ошо биләмәләрҙә үтергә тейеш. Андрей Назаров әйтеүенсә, әҙерлек буйынса төп саралар үткәрелһә лә, ҡалған ваҡытты мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланыу мөһим.
«Республикаға бик күп ҡунаҡтар килә һәм уны яҡшы яҡтан күрһәтергә кәрәк. Ә беҙҙең күрһәтерлек нәмәләр бар. Башҡортостанда Фольклориада-2021 иң юғары кимәлдә үтһен өсөн хәҙер бөтәбеҙгә лә берләшеү зарур», — тине беренсе вице-премьер.