Лима Ғәли ҡыҙы Ҡустыбаева сығышы менән Әбйәлил районы Ҡужан ауылынан. Ул 30 йылдан ашыу Татарстандың дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле художество етәксеһе булып эшләй, талантлы педагог, сәхнә эшмәкәре. Ул Рәсәй халыҡтары сәнғәтен үҫтереү, фольклорын һаҡлауға күп көс һалды. Лима Ҡустыбаева әле лә ижад юлында, сафта - "Сәйҙәш" мәҙәни үҙәге директоры урынбаҫары булып эшләй.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Лима Ғәли ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләй!