Ашҡаҙар
+23 °С
Ясно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
5 Августа 2020, 09:53

«Арғымаҡ» төркөмө Ижевск ҡалаһында үтәсәк этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ

«Арғымаҡ» төркөмө «Тангыра» йәштәр этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ. Фестиваль 8 августа Ижевск ҡалаһында үтә. Әйткәндәй, арғымаҡтар былтыр ошо уҡ сарала ҡатнашып, ойоштороусыларҙың ҡунаҡсыллығын һәм йылы итеп ҡабул итеүҙәрен билдәләп үтте.«Тангыра» этномәҙәниәт фестивале – сәнғәттең төрлө жанрҙарын берләштергән киң форматлы майҙансыҡ. Уның программаһында музыканттарҙың “тере” сығыштары, һатыу итеү һәм заман дизайнерҙарының этник стилдәге кейем коллекциялары менән таныштырыу инә. Фестивалдә фин-уғыр, славян, төрки, кавказ халыҡтарының ижади йәштәре ҡатнашасаҡ.

Беренсе тапҡыр фестиваль drive-in форматында үтә: тамашасылар артистарҙың сәхнәләге сығыштарын үҙҙәренең автомобилдәренән ҡараясаҡ. Был кешеләр араһында социаль арауыҡты һаҡлау өсөн хәүейһеҙлек сараһы булып тора.
Читайте нас