Исем туйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сараны Cosmopolitan этник стилендәге кейем өлгөләре асты.
-Бизнес аҙналығының тәүге көнө тамамланды. Миңә ҡалһа, уның форматы үҙенсәлекле булыуға ҡарамаҫтан, программаның йөкмәткеһе бик бай булды. Киләһе көндәрҙә беҙҙе эшлекле осрашыуҙар көтә, -тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донья фольклориада фольклор фестивалдәр һәм традицион мәҙәниәттәр буйынса халыҡ-ара ойошмалар советына ингән сараларҙың береһе булып тора. Ул 4 йылға бер тапҡыр ойошторла. Унда 60-80 илдең фольклор коллективтары. артистар сығыш яһай.
Быйыл Бөтә донъя фольклориада байрамы Өфөлә үтергә тейеш ине. Пандемяиға бәйле ул киләһе йылға күсерелде.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы