Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Декабрь 2020, 08:35

Виртуаль концерт ҡарарға күнегәйек бергәләп…

Ноябрь аҙағында Ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән квалификация күтәреү курсында ҡатнашты.

Ағымдағы йылдың 11 айында барлығы 33 белгес квалификацияһын күтәрҙе. Ошо уҡ проект буйынса декабрь аҙағында Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында һәм Ҡала мәҙәниәт һарайында ҡала халҡы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә асылған виртуаль концерт залын ҡарай аласаҡ. Был иһә тамашасыларҙы арттырып ҡына ҡалмайынса, йәштәрҙе эстетик һәм мәҙәни тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итәсәк. Шул рәүешле ҡала халҡы бөйөк башҡарыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың һәм театр эшмәкәрҙәренең әҫәрҙәрен тыңларға һәм ҡарарға күнегәсәк.
Читайте нас