Көр тауышым яңғрата матур йырҙар,
Танға ҡалып тыңлай, ай, тын туғайҙар.
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар
Елдәр иҫте, hыу өҫтөн hырландырып,
Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп.
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп,
Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп,
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә
Ғәзиз Әлмөхәмәтов көйө һәм һүҙҙәре.