Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
19 Декабрь 2020, 14:10

Һин икән ул

Яҙған икән һағыштарға уралырға Әлдә һағынып сығам һинен юлдарыңа. Китһәң дә һин ғәйепләргэ хаҡтарым юҡ Рәхмәт кенә әйтеп булғаныңа.

Ҡушымта.

Һин икән ул ғүмеремә һөйөр кешем

Һин икән ул яндырыусым көйҙөрөүсем.

Моңдар булып урын һалдың йөрәгемә,

Һин икән ул, һин икән ул берәү генә.


Юғалмаһын һағыныуҙар, әйҙә, ҡалһын,

Килмәй әле һине бер ҙә онотаһым.

Иҫәрләнеп гел дә шулай һағыныуҙан

Һин ғүмергә мине мәхрүм итә алмаҫһың.


Ҡушымта.

Һин икән ул ғүмеремә һөйөр кешем

Һин икән ул яндырыусым көйҙөрөүсем.

Моңдар булып урын һалдың йөрәгемә,

Һин икән ул, һин икән ул берәү генә.

Түҙ, йөрәк, тип сабырлыҡтар табып ҡына

Һыуһап йәшәйем ҡарашыңа тауышыңа.

Өмөтһөҙгэ һөйөүҙәр ҙә бәхет икән

Берәүҙэргә насип түгел уныһы ла.


Ҡушымта.

Һин икән ул ғүмеремә һөйөр кешем

Һин икән ул яндырыусым көйҙөрөүсем.

Моңдар булып урын һалдың йөрәгемә,

Һин икән ул, һин икән ул берәү генә.
Айҙар Тимербаев көйө, Айҙар Минһажев һүҙҙәре.
Читайте нас