Төп персонаждар — 7 тылсымлы йән эйәһе. Ыңғай геройҙар — Йәнур, Ихнур, Уйнур, Һомай һәм Ахнур. Тайболот менән Ҡуйболот уларға ҡаршы тора. Анимация фильмының сценарийын Гөлнара Хәлфетдинова менән Гөлназ Ҡолһарина яҙған. Композиторы — Айҙар Хәмзин, рәссамы Дамир Мөхәмәтйәров. Йәнһүрәттең һәр бер серияһы Башҡортостандың билдәле брендына йәки тарихи ваҡиғаға арналған.