Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, ҡаланың китапханалар системаһы төрлө дәүләт гранттары һәм конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора. Әлеге “Интеллект лабораторияһы” проекты ла 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияһыҙ ойошмалар араһында йәмғиәт өсөн мөһим булған программаларҙы тормошҡа ашырыу конкурсында еңеп, субсидия алыуға өлгәшкәйне. Тап ошо ярҙам сиктәрендә йәштәр араһында интеллектуаль уйындар ойошторола башланы ла инде. Ғөмүмән алғанда, китапханалар системаһы яңырыу кисерә, төрлө саралар аша йәштәрҙе һәм ололарҙы үҙенә йәлеп итә.
Проект сиктәрендә ойошторолған конкурстың беренсе турында ғына 400-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусылары, урта белем биреү һәм юғары белем биреү йорттары студенттары һәм эшләп йөрөүсе йәштәр ҡатнашып өлгөргән. Ошо көндәрҙә “Интеллект- КВИЗ” форматында сираттағы уйындың финалы ойошторолдо. 72 команда араһынан иң яҡшылары һайланып алынды, шулай ҙа бында еңеүселәрҙе һайлап алыу ғына түгел, ғөмүмән алғанда, ошондай форматта ойошторолған уйындарға әҙерлек һәм өйрәтеү дәрестәре ҡаралған. Уйын Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды грантына булдырылған. Фонд эксперттары видео дәрестәрҙе фондтың социаль селтәрҙәрендә урынлаштырған.
Конкурстар һәм тәжрибә туплау уйындары аратабан да “Ньютон-лаб” йәлеп итеүсән фәндәр лабораторияһы музейында, “Дарвин-лаб” тәбиғәт һәм кеше тураһындағы фәндәр үҙәгендә, “Арт-лаб” кәсептәр оҫтаханаһында дауам итәсәк. Турҙан-турға уйындың форматы үҙгәрә, күнегеүҙәрҙе сисеү ҡатмарлаша барасаҡ. Иң мөһиме, йәштәр ошондай уйындар аша бер-береһе менән таныша, фекер алыша, камиллаша һәм, әлбиттә, бергәләп ҡалабыҙ үҫеше, киләсәк хаҡында баш ватасаҡ.