Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 21:00

Башҡорт сәхнәһендә – Кавказ юморы

Ах, был мөхәббәтте! Рәшит Назаров әйтмешләй, һанап-һорап тормай һис кемдең йәшен, һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен... Ете тиҫтәһен тултырған ғашиҡ ир заты йәш ҡатынға өйләнергә була. Тик һөйөү тарихы һәр заманда ла ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар аша үрелгәнен беләбеҙ инде – ҡарттың улы был никахты хупламай...

В. Константинов менән Б. Рацерҙың пьесаһында үрелгән әлеге мөхәббәт тарихы нисек тамамланыр, ғашиҡтар ҡауышырмы, быныһын инде, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, дөрөҫөрәге, хөрмәтле тамашасылар, 28 һәм 29 мартта “Ҡарауыл! Атай өйләнә” комедияһында белә алаһығыҙ.
- Тормоштағы проблемаларға грузин юморы аша бер бағып алайыҡ әле, - ти тамашаның ҡуйыусы режиссеры Мусалим Кульбаев.
Әйткәндәй, Мусалим Кульбаев Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективын күптән белһә һәм һоҡланһа ла, был коллектив менән тәүгегә эшләй. Уның ҡарауы, актерҙарыбыҙ белдереүенсә, режиссерҙың үҙенсәлекле алымы нигеҙендә тығыҙ бәйләнеш, әйтерһең дә, күптән бар.
- Мусалим Георгиевич ҡайһы бер режиссерҙар һымаҡ артыҡ баҫмай, образ өҫтөндә ирекле эшләргә мөмкинлек бирә, уның менән еңел, - ти улар бер тауышҡа. Шуғалырмы, бәлки, әҫәр үҙе ябай һәм йылы булғанғалыр, егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың спектаклдә һынландырасаҡ образдары актерҙар өсөн иң яратҡан ролдәрҙең береһенә әүерелеүе мөмкин. Һәр хәлдә:
– Элене роле (төп роль – авт.) үҙемә шул тиклем оҡшай, бындай образды әлегә тиклем уйнаған юҡ ине, – тип белдерә, мәҫәлән, Ләйсән Кәримова. Физәлиә Рәхимова, Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар, Фәим Әхмәтйәнов, Резеда Әмәкәсова, Рафиҡ Хәсәнов, Илфир Баймырҙин, Зиләрә Юлтаева, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималовтар башҡарған ролдәр, йырҙар-бейеүҙәр, ғөмүмән, спекталдең тамашасы күңеленә лә хуш килеренә шик юҡ!
Барайыҡ, күрәйек, көләйек, үҙ етешһеҙлектәребеҙгә сит юмор аша күҙ һалып ҡарайыҡ әле, дуҫтар!
Читайте нас