Ошо күренекле дата айҡанлы 2018 йыл Башҡортостанда Назар Нәжми йылы тип иғлан ителде. Халыҡ шағирының яҡты рухын иҫкә алып, ҡала һәм ауылдарҙа бик күп саралар үткәрелә. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе лә, мәшһүр талант эйәһенең яҡты рухына арнап, бик матур тамаша әҙерләгән.
Артистарыбыҙҙың оҫта уйнауы, йырлауы, башҡарыу ҡеүәһе тураһында һүҙ ҙә юҡ. Уларҙың ҡайһыһындыр айырып әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ ине. Был юлы һүҙҙе башҡасараҡ әйтмәксемен. Баштан уҡ күҙгә ташланғаны – ул сценарий. Режиссер Зиннур Сөләймәнов бик оҫта итеп, шағирҙың тормошон күҙ алдына баҫтырырҙай, тел тейгеһеҙ тамаша әҙерләгән. Мюзиклға тартым, йырҙан ғына торған был тамашаны беҙҙең театрҙа бығаса булмаған яңылыҡ тип әйтергә лә була.
Артистар кинәнеп уйнаны. Шағирҙың йәшлеген дә, урта йәштәге һәм олпатланған йылдарын да матур итеп күҙ алдына баҫтырҙы. Тик шиғырҙарҙы яттан һөйләһәләр ниндәй шәп булыр ине!
Шунан тағы ла күңелде бер аҙ ҡырғаны – ярты залдың буш булыуы. Әллә белмәй ҡалғандар, әллә үҙебеҙҙең артистар бит, башҡа ваҡыт күрербеҙ әле, тип уйланылар микән... Уның ҡарауы, “өс көнлөк, өс тинлек” йырҙары менән ялҡытып бөткән “әртис” йораттарына аҡсаларын да, ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр.
Назар Нәжмиҙең һәр шиғыры – ҡабатланмаҫ моң, йәшлеккә, һөйөүгә гимн булып яңғырай. Уны хаҡлыҡ йырсыһы тип тә нарыҡларға була. Шуғалыр ҙа, мәшһүр шағирҙың тыуыуына бер быуат ваҡыт үтһә лә, шиғырҙары әле лә телдән төшмәй. Ошо исемде ишетеү менән үк күңел үҙе йырлай башлай – тик Назар Нәжмисә генә яңғыраған һәр шиғыры беҙҙе йәшлеккә алып ҡайта, моңло саз булып күңел ҡылдарын наҙлай. Беҙ уйлағанды, беҙ тойғанды, әммә беҙ әйтә алмағанды әйтеп бирә белгән ғәжәп шәхес ул – Назар Нәжми. Шуға ла инде бына нисә быуын уның йырҙарын рәхәтләнеп йырлай, тыңлай.
Ошо юлдарҙы яҙған мәлдә Ирек ағай Кинйәбулатовтың әҫәрләнеп әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: “...Назар рухы. Моң бишеге. Был моңдоң аңлатып та булмаған бер үҙенсәлеге бар – шағирҙы тере килеш бер ҙә күрмәгән балалар үҫеп етте. Ниндәй бәхет: улар күңеленә лә күскән бит был сихри моң. Инде буй еткереп килгән иң йәш быуын шиғриәт һөйөүселәр үҙ иткән уны. Назар Нәжмиҙең хәтер кисәһенән һуң бына мин дә, һеҙ ҙә тағы ла Назарлыраҡ булдыҡ…”
Эйе, тап шулай! Назарлыраҡ булдыҡ. Ә бармай ҡалғандар үкен-һендәр әйҙә!