Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Декабрь 2020, 21:00

Әҙ генә, тәмле генә!

“Килдең-киттең, хуш, байғош!” – Михаил Задорновтың “Последняя попытка” комедияһы буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ҡуйған премьера шулай тип атала.

Йәш режиссер Айҙар Зариповтың тәүге эштәренең береһе булыуға ҡарамаҫтан, спектакль бик уңышлы килеп сыҡҡан. Беренсенән, Айҙар Зарипов, режиссер булараҡ, Стәрлетамаҡ театры репертуарына яңы алым индерҙе тиергә була. Икенсе яҡлап, ул артистарға яңы офоҡтар асты. Өс кешелек кенә спектаклдә Айгөл Зөбәйҙуллина (Елена Валерьевна), Ҡәҙриә Аҡбаева (Оксана), Илгиз Әкимбәтов (Артур Васильевич) үҙҙәрен төп ролдәрҙә һынаны һәм образдарҙы тулыһынса асып бирә алды. Ошо ролдәр аша улар үҙҙәрен тағы ла сағыуыраҡ итеп балҡытты.
Спектакль кесе залда ҡуйылды. Тамашасы менән артистар араһында ярты аҙым ғына ара ҡалыуға ҡарамаҫтан, актерҙарҙың үҙҙәрен иркен тотоуы һоҡландырҙы. Ошо хәл-ваҡиғаларҙа тамашасы үҙен ҡатнашҡан һымаҡ тойһон, тамашасы менән артистар араһында бәйләнеш булһын өсөн, режиссер спектаклде махсус рәүештә бәләкәй форматта ҡуйған. Был да – режиссерҙың табышы, минеңсә. Ғөмүмән, барыһы ла еренә еткерелеп, уйланып эшләнелгән. Заманса алымдар күҙгә бәрелеп тора. Режиссер үҙе әйтмешләй, артистарҙың үҙҙәренә ирек бирелгән. Нисек бар – шулай уйнайҙар.
Режиссерҙың тағы бер ҡыйыу аҙымын иҫәпкә алырға кәрәк: ике актлы комедияны бер актҡа ҡалдырып ҡыҫҡартып, дөрөҫ эшләгән. Ул барыбер ҙә әһәмиәтен юғалтмаған. Ҡарауы еңел, ялҡытмай. Ыҡсым ғына, рәхәтләнеп ҡарарлыҡ спектакль. Бер һүҙ менән әйткәндә, әҙ генә, “тәмле генә” булып ҡалды.
Хәҙерге заман тамашасыһы күңеленә хуш килерлек, йомшаҡ ҡына үҙенсәлекле юмор менән һуғарылған тормошсан әҫәр. Әйткәндәй, Михаил Задорнов был комедияны үҙенең шәхси тормошонан алып яҙған. Йәш һөйәркәһенә ышанып, ир кеше бөтөнләй яңғыҙ ҡала. Ахырҙа ул һөйәркәһенән дә, ҡатынынан да ҡолаҡ ҡаға. Хәйер, мөхәббәт өсмөйөшө мажараларын үҙегеҙ барып ҡарағас, баһаларһығыҙ.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас