Ашҡаҙар
+16 °С
Дождь
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 21:00

Мөжәүир хәҙрәт рухы беҙҙе ташламаһын

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Әүлиә” спектакле менән республикабыҙҙың ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль (ике көн ярыш Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Мәләүездә) дәррәү аншлаг менән бара. “Нимәһе менән арбай ул тамашасы күңелен? “ тигән һорау тыуа.

Быға тиклем беҙ Мөжәүир хәҙрәт исемле әүлиә булыуы тураһында Лира Яҡшыбаеваның китабынан уҡып ҡына белә инек, ә бына спектаклде ҡарағас, Мөжәүир хәҙрәттең үҙен күргәндәй булдыҡ. Әүлиәнең үҫмер сағынан алып ҡартайған көндәренә тиклемге тормошо ҙур оҫталыҡ менән һынландырылды.
Ошо үтә лә яуаплы ролде башҡарыусы актер Урал Зәйнуллин шул тиклем бирелеп уйнаны, хатта спектакль тамамланғас та, образдан сыҡманы. Халыҡ уны, әүлиәнең үҙе менән осрашҡан һымаҡ сәхнәнән ебәргеһе килмәй оҙаҡ алҡышлап оҙатты. Актер, йәш кенә булһа ла, шул тиклем килештереп уйнай – һәлмәк кенә баҫып йөрөүҙәре, аҡыллы ҡарашы, мимикаһы, тыйнаҡ ҡына һөйләшеүе менән әүлиәнең образын ҡойҙо ла һалды.
Әҫәрҙе РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов сәхнәләш-тергән. Ваҡиғалар сылбыры видеотаҫма аша яҡтыртылып барыуы, сәхнә биҙәлеше, декорацияларҙың йыш алмашынып тороуы, шул заманға ғына хас киндер күлдәктәр, ерле һөйләш, бейеүҙәр - былар барыһы ла режиссерҙың көсө, һәләте, тәрән уйлап эш итеүе тураһында һөйләй.
Үҙ ғүмерендә нахаҡ бәләләр яғылып, төрмәләрҙә ултырып, күпме михнәттәр күргән Мөжәүир хәҙрәттең бар булмышын, тормошон күҙ алдына баҫтыра алды Сибай артистары. Хатта ирҙәр илап ултырҙы. Спектакль һуңында башҡорт халыҡ йыры “Томан” яңғырай. Һәр һүҙҙә, һәр хәрәкәттә халыҡсанлыҡ, тормошсанлыҡ ярылып ята. Сибайҙар ғына шулай килештерә алалыр ул!
Бай йөкмәткеле, бик шәп спектакль килеп сыҡҡан. Был сәхнә әҫәрен драматургияла яңылыҡ тип атарға була. Уны ҡайһы илгә алып барып күрһәтһәң дә, яратып ҡабул итәсәктәре күренеп тора.
Эйе, оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшәйәсәк әле күңелдәрҙә Мөжәүир хәҙрәт.
Читайте нас