Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 21:00

ТЕАТР – УНЫҢ ЯҘМЫШЫ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ниса Бакированың яҙмышына, ижад даръяһына байҡау яһай башлаһаң, бер генә көн дә етмәҫ кеүек... Тик уның асылын аңлау өсөн күп кәрәкмәй, бары тик актриса уйнаған ролдәргә күҙ һалыу ҙа етә.

Тормоштағы бар матурлыҡты, ысынбарлыҡты, ихласлыҡты ролдәренә күсерә алыуы, тамашасының күңеленә, йөрәгенә еткерерлек итеп башҡара белеүе менән актриса ҡабат-ҡабат һоҡландыра. Ул ғына ла түгел, теленең байлығы, мәғлүмәтлелеге, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора.
Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа Ниса ханымдың Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” драмаһында, Надежда Птушкина әҫәре буйынса ҡуйылған “Аҙашҡан ҡунаҡ” комедияһында, Мостай Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған “Өс таған” спектаклендә тыуҙырған образдары үрҙәге әйтелгәндәргә асыҡ дәлил. Ә фәҡәт Ниса Бакированы күрергә йөрөгән тамашасы хаҡында әйтеп тораһы түгел... Актриса – улар өсөн яҡты йондоҙ, күңел йыуанысы, шатлыҡ алиһәһе. Хеҙмәттәштәре араһында ла ул дуҫ, кәңәшсе була белеүе менән ихтирам яулаған.
Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтенә тоғро ҡалғаны өсөн быйыл Ниса Миңлевәли ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Эйе, Стәрлетамаҡ театрын Ниса Бакированан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай... Актриса әйтмешләй, уның йәшәүенең йәме – театрҙа һәм тамашасыһында! Ниса Бакированың Хоҙайҙан бирелгән таланты алдында бөгөн йәнә бер тапҡыр баш эйеп, ҡоростай һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
16 февралдә Ниса Бакирова үҙенең юбилей кисәһен үткәрә. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән саҡырабыҙ, актриса менән үткәрелгән бер кис күңелегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас