Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 21:00

“Йөрәгеңә килеп мин ҡағам...”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабайҙың тыуыуына – 90 йылҺағынғанда аҡҡан һыуға ҡара,Һыуҙар булып шаулап мин ағам.Ярҙарына тулҡын ҡаға,тимә,Йөрәгеңә килеп мин ҡағам.

Күптәрҙең күңеленә яҡын йырҙың һүҙҙәре. Бөтә донъя менән бөтөнлөгөңдө танып, уның һәр күҙәнәгендә йәшәүҙең йәмен-ғәмен тоя һәм тойҙора белеү һәләте хастыр шағирҙарға. Ошондай һүҙ оҫталарының береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабай-ҙың 23 февралдә 90 йыллығы.
Шағир ижадындағы тере ҡуҙҙар – заман һынауын үткән, кешене кеше итеп йәшәткән хис-тойғолар балҡышы, йәшлек, мөхәббәт, тыуған төйәк менән күңел бәйләнештәре. “Йәшәүҙе яратып киләбеҙ, йәшәүҙән яратыу көтәбеҙ, яратып туймайынса китәбеҙ”, – ти әҙип “Аэропортта” шиғырында, тормош мәғәнәһен шартлылыҡтар аша асып. Уның лирикаһынан күптәребеҙ ятҡа белгән, халыҡ телендә йәшәгән юлдар: “Һинең ҡулдар мине һөйә-һөйә бишектәргә һалған ҡулдар ул...”, “Үҙең яратмаған – һине һөйә, һин яратҡан – һине яратмай”, “Һин күктәге йондоҙ түгел, һин ерҙәге бер ҡыҙ ғына...”, “Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй...” Ижады халыҡсан булғанға ла, Әнғәм Атнабай беҙҙең күңелдәрҙә “ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас, ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас” егеттән ҡыҙ оҙаттырған, “таңдарҙа гармун уйнаған” шаян йәшлек йырсыһы булып ҡала. Шаянлыҡ тигәндән, ә бит үҙ-үҙеңдән көлөп, башҡаларҙы көлдөрә алыу – һирәктәр маһирлығы. Шағирҙың “Төш”тә “үлеп ҡарап” “бөйөк” икәнлеген асыҡлаған шиғырын иҫләйһегеҙҙер. “Почет хәтәр, шайтан алғыры!” тип йырлаған маҡтансыҡ шофер ҙа, аҙғын әтәсенә һуҡранып ем һипкән Хөббөниса ла күҙ алдында! Сатирик шағирҙың улына ҡалдырған “мираҫ”ы бик тапҡыр: ”Мираҫтарҙан мираҫ – баш бирәм, был донъяла нисек торороңдо үҙең уйла ошо баш менән”.
Драматургияла Әнғәм Ат-набай тойғолар тәрәнлеген, кеше күңелендәге һәм йәмғиәттәге күп яҡлы ҡаршылыҡтарҙы аса. Ҡоллоҡ ғазаптарын еңеп, тыуған төйәген тик бер күрер өсөн, туған тупрағына тубыҡланып, ерҙе үбер өсөн, күҙен һатып ҡайтҡан Тимербулат булып (“Ул ҡайтты”), балалалары хаҡына тормош һынауҙарын лайыҡлы күтәргән әсә – Хазина инәй булып (“Балаҡайҙарым”), Тыуған ил менән уға хыянат иткән улы араһында һайлау алдында ҡалған әсә – Илбикә булып (“Әсә хөкөмө”) һәм башҡа бик күп образдары аша театр сәхнәләрендә йәшәй драматург ижады.
“Замана тыуҙыра шағирҙы, шағирҙар күтәрә заманды” тигән Атнабай. Үҙе лә ошо има-нына тоғро булып йәшәгән ул.
Читайте нас