Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
4 Ғинуар 2021, 19:51

Әсәйем яһаған сәй

Урындыҡта – еҙ самауыр,Эргәлә мырлай бесәй,Донъяла иң тәмле нәмә –Әсәйем яһаған сәй!

Эйәреп киттем яҙмышҡа,
Йыраҡта ҡалды әсәй…
Һағындыра әсәйем һәм
Әсәйем яһаған сәй.

Затлы сәйҙәр алып ҡайтам
Шатланһын тип әсәйем,
Әсәйемдең ҡулдарынан
Тәмле сәйҙәр эсәйем!

Еҙ самауырҙы шажлатып
Яйлап сәй эсер инек,
Ул - миңә, мин – әсәйемә
Серҙәрҙе сисер инек…

…Ҡайҙа икән еҙ самауыр?
Йөрәгемдә – әсәйем,
Ниңә икән тәмле түгел
Әсәйһеҙ эскән сәйем?!

Үҙем өләсәй булһам да,
Һаман да кәрәк әсәй,
Әле булһа һағындыра
Әсәйем яһаған сәй…

Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас