Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
20 Ғинуар 2021, 14:40

Йәш рәссамдарҙың да эштәре бар

Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы күргәҙмәһе бара. Ул һаны буйынса 23-cө күргәҙмә конкурс рәүешендә ойошторолған. Конкурста йәш рәссамдарҙан алып оло йәштәгеләренә тиклемгеләр ҡатнаша.

Бында Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Салауат һ.б. райондарҙан булған рәссамдарҙың эштәрен күрә алаһығыҙ. Күргәҙмәлә скульптура, биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре, графика, рәсем сәнғәте, заманса сәнғәт төрҙәре лә күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта күргәҙмәлә ассоциацияның 76 рәссамының эштәре 150-нән ашып киткән икән.

“Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһының ижади ойошмаһы 1996 йылда барлыҡҡа килгән. Ассоциацияның ойоштороусолары Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамдары - графика оҫтаһы Камил Ғөбәйҙуллин менән Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров. Ассоциация ағзалары һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә (рәсем сәнғәте, графика, скульптура) һәм биҙәү ҡулланма сәнғәтендә (художестволы кейеҙ сәнғәте, ағас сәнғәте, керамика сәнғәте) эшләй. Унда исемдәре билдәлеләрҙең генә түгел, башлап ижад итеүселәрҙең дә күңел хазиналары менән таныша алаһығыҙ. Был ассоциацияның төп маҡсаты – донъя киңлектәрендә мөмкин тиклем күберәк кешене Башҡортостан рәссамдары менән таныштырыу” – тип һөйләп китте экскурсия етәксеһе Гөлназ Исмәғилева. 23-сө көньяҡ Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе 24 ғинуарға тиклем дауам итә. Барығыҙ, күрегеҙ, рәссамдарҙың эштәре менән яҡындан танышығыҙ!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Читайте нас