Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
28 Ғинуар 2021, 06:14
Стәрлетамаҡтағы бөйөк башҡорт ғалимы, билдәле төркиәтсе Ж.Ғ. Кейекбаев исемен йөрөткән 3-сө гимназия республикабыҙ кимәлендә матур традицияға әүерелгән “Кейекбаев уҡыуҙары”фәнни-ғәмәли конференцияһына ҡатнашырға саҡырып ҡала.
«XIII Кейекбаев уҡыуҙары» Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға, Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнала.Конференция БР мәғариф һәм фән министрлығы, БДУ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ булышлығында ойошторола.Сараны үткәреүҙең бурыстары һәм маҡсатына туҡталып үтәйек:- БР белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың алдынғы педагогик тәжрибәһе менән бүлешеү, башҡорт телен популярлаштырыу;- Жәлил Кейекбаев, тағы ла башҡа күренекле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрлеге шәхестәренең тарихи-мәҙәни, фәнни, әҙәби мираҫын үҫеп килгән быуынға тапшырыу;- һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереү һәм фәнни-ғәмәли эшкә ылыҡтырыу;- туған телгә һөйөү, милли рухлы шәхес тәрбиәләү.
Был бәйге дистанцион форматта үтәсәк. Фәнни-ғәмәли конференцияла V–XI класс уҡыусылары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, белем усаҡтары педагогтары ҡатнаша ала.
Тикшеренеү эштәре башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә 8 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте конференцияны ойошторған гимназияның сайтында
http://гимназия3.рф/
«Кейекбаев уҡыуҙары – 2021» бүлегендә алырға мөмкин.
МАОУ "Гимназия №3 имени Джалиля Киекбаева" городского округа г. Стерлитамак РБ
http://гимназия3.рф/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"