Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
2 Февраль 2021, 09:55

«Өс таған отряды» фильмы прокатҡа сыға

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса ҡуйылған «Өс таған отряды» фильмы 4 мартта киң прокатҡа сыға. Нәфис фильмды Башҡортостан һәм Татарстан кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһынан белдереүҙәренсә, фильм өҫтөндә ике йыл буйына 50-нән ашыу кеше эшләгән. Режиссёр Айнур Асҡаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, киң прокатҡа сығыу 2020 йылдың апрелендә планлаштырылған булған, әммә ул пандемия арҡаһында билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән.
«Өс таған отряды» - ул ҙур мажараларға һәм данлы батырлыҡтарға һыуһаған башҡорт ауылы малалайҙары тураһындағы картина. Кирмәт тауын һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн «Тимур һәм уның командаһы» малайҙары үҙ отрядын булдыра. Кинотаҫманың 80 проценты Ғафури районы Толпар ауылында төшөрөлгән. Ә уйлап сығарылған Кирмәт тауы ролен Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Йөрәктау уйнаған.
Читайте нас