«Салауат Юлаев» — профессиональ башҡорт киноһындағы тәүге нәфис фильм. Уның байтаҡ өлөшө Ишембай районында төшөрөлә, фильмда Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай, Маҡар, Зигановка, Васильевка, Әрмет ауылдары халҡы ҡатнаша. Йәйге ваҡиғалар мәлен һүрәтләгән эпизодтарға халыҡ кәрәк булғас, урындағы ағас эшкәртеү предприятиеһында, колхоздарҙа эштәр туҡтатыла. Барлыҡ аттарҙы ла кино авторҙары ҡарамағына тапшыралар.
Тамашасылар тау битендә торған йәш малайҙы яҡшы хәтерләйҙер. Был артистың исеме Имәнғол Дәүләтшин. Ул хәҙер һикһән йәштән уҙған булырға тейеш. Кадрҙарҙа Салауат Юлаевтың улы итеп һүрәтләнгән бәпес иһә ысынында ҡыҙ бала — Нурия Ғиззәтова. Тик сабыйҙың һуңғы яҙмышы аяныслы. Ике-өс йәшлек Нурия һуғыш осорондағы аслыҡ мәлендә ағыулы үлән ашап үлә. Маҡар ауылында хәҙер инде тарихи факттарға әйләнгән кадрҙарҙың береһе — Салауат Юлаевтан һорау алған урын — таш келәт тә һаҡланған. «Салауат мәмерйәһе» исеме менән йөрөтөлгән мәмерйә Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан һәм әлеге исеме уға ошо фильм сыҡҡандан һуң йәбешеп ҡала. Ысынында иһә Салауат Юлаев был яҡтарҙа бөтөнләй булмаған.
https://kurultai.ru