Февраль аҙағында Ҡала мәҙәниәт һарайында интеллектуаль уйындар буйынса турнир финалы үтте. Уны Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ойошторҙо, сара БР Башлығы Гранты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Интеллект лабораторияһы” проекты сиктәрендә уҙғарылды.
“Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” классик телевизион форматтағы финал уйындарында иң яҡшы мәктәп (12-се лицей), урта махсус уҡыу йорто (Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжы) һәм юғары уҡыу йорто (БашДУ), шулай уҡ эшсе йәштәр командалары ҡатнашты. Иң ҡыҙыҡлы һорауҙарҙы ҡалабыҙ китапханаларында иң әүҙем китап уҡыусылар бирҙе.
– Ҙур интеллектуаль турнирҙа барлығы 72 команда (400 бала һәм өлкәндәр) ҡатнашты, ҡатмарлылыҡ кимәле турҙан-турға юғарыраҡ булды. Сифатлы әҙерлек өсөн ойоштороусылар күнекмәләрҙе төрләндерҙе, интерактив экскурсиялар һәм видео-консультациялар тәҡдим итте. Ошондай проекттар арҡаһында интеллектуаль уйындар йыш уҙғарыла башланы. Был юлы ул ҡалабыҙҙа депутат Әлфиә Әсфәндиәрова башланғысы менән үткәрелде, – тине ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин.
Был аҡыл һынауына ҡоролған уйында ҡатнашыусыларҙың барыһын да сәхнәгә сығарып тәбрик иттеләр. Тик бындай уйындарҙа еңеүсе берәү була. Был юлы иһә уңыш «Антрацит» командаһына йылмайҙы. Команданың геройҙары Азат Тимерйәнов, Рафаэль Вәлиев, Радмир Ниғмәтйәнов, Владислав Пестряев, Вячеслав Наумов, Виктор Орлов һәм Павел Хомутниковты тамашасылар һәм ҡаршы командалар оҙаҡ иҫләр әле…