«Мин хәҙер үк автор материалы өҫтөндә эшләй, йырҙар сығара башлармын тип уйлағайным һәм хатта концерт ҡуйырға теләгәйнем. Пландарым бик күп, ләкин һаулығым менән бәйле проблемалар арҡаһында көтөргә мәжбүрмен. Был юҡҡа түгел, ә яҡшыға булыр тип ышанам. Һауыҡҡас та көсөмдән килгәндең барыһын да эшләргә вәғәҙә бирәм», — тип яҙҙы Яна Ғәббәсова. Уның ижади балҡыштары алда әле...