Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Афарин, Стәрлетамаҡ егеттәре!

Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырылды.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт һәи сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар. «БР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем рус драма театры артисы Артур Ишмөхәмәтовҡа, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең балет артисы Рудамир Басировҡа, һәм вокалсы, «Павильон» төркөмө продюсеры Илья Столетовҡа бирелде.
Уңыштарығыҙ дауамлы булһын, барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ!
БР Башлығы рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас