Ни өсөндөр йәйге ваҡыт бесән әҙерләү осоро булып күҙ алдына баҫа. Әле булһа хәтеремдә, 15 йәштәр тирәһе ине, әсәйем менән ул йылды икәүҙән-икәү генә бесән сабып әҙерләнек. Техника тигәне – атай мәрхүмдән тороп ҡалған ерән бейә. 10 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Талдуйға табан үргә барыр кәрәк. Атты йәлләп урыны менән йәйәү ҙә бараһың. Көнө буйы эш менән булышҡас, сапҡан бесәнеңде күбәләп, берәй йөгөн арбаға тейәп ҡайтыуҙары үҙе ни тора бит ул. Хатта бейәкәйебеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп башын сайҡай-сайҡай “но!” тип әйткәнде көтөп кенә торған һымаҡ. Арбалағы бесән шул хәтлем йомшаҡ һәм уның хуш еҫе, үҙендә үк йөҙләгән үлән бергә буталып, башыңды әйләндерә. Шулай 45 көн буйына тәүлектәр ҡабатлана торҙо һәм, ниһайәт, быйылға бесән тамам!
Һуңғы йөктө тейәп ҡайтыуға сыҡтыҡ. Хатта бер аҙ күңел төшөнкөлөгө лә биләп алғандай булды, ни тиһәң дә теүәл бер йылға хушлашабыҙ бит тәбиғәт хозурлығы менән. Бына тағы йөҙ аҙым самаһы ҡалды, ни бары йылғаны ғына аша сығырға ла һәм өйҙә лә буласаҡбыҙ... Эй әттәгенәһе икән дә!.. Йылғаны сыҡҡанда, күсәр ташҡа эләгеп, арбаның кендеге тапҡырынан уртаға һынып сыҡмаһынмы! Бына бит, 15 йәшлек Сәғиҙулла үкһеп иларға тотонмаһынмы өҫтәүенә...
“Кеше шуның өсөн илаймы, кит, ярһыма улайтып”, – тип әсәйем йыуатырға тырышһа ла, күҙ йәштәре һаман түгелә бирҙе. Егет ҡорона инеп кенә килгән малай, күрәһең, арып-талып та бөткән булғандыр инде 45 көн (!) буйына.
Ни тиһәң дә, был йөктө лә алып ҡайтып, урын-еренә еткереп, бесәнде шуның менән ослап ҡуйҙыҡ ул йылды!
Рәхәт шул бесән ҡуйынында ятыуы... Ә тыуған яғыңа ҡайтып, әсәй эргәһендә булыуы тағы ла һәйбәтерәк! Иң мөһиме, әсәйҙәребеҙ иҫән-һау булһын!