Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Театр көнөнә арнап

27 март көнө Халыҡ-ара театр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙә йыл да «Театр көнө» уҙғарыла. Театр көнөнә арнап Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда "Ҡараншишмә" халыҡ театры Ә. Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" әҫәрен сәхнәләштерҙе. Фантасмагория жанрындағы был әҫәрҙе халыҡ театры артистары бик оҫта башҡарҙы. Театр өсөн был ҡатмарлы жанр, ләкин театр һөйөүселәрҙең актерлык оҫталығы һәм режиссер Денира Биктимерова тырышлығы арҡаһында идея тормошҡа ашырылды. Рәүилә Килмөхәмәтова төп геройҙың йәш сағын ҙур оҫталыҡ менән уйнаны, шулай уҡ Гүзәл Шафиҡова, Денира Биктимерова, Дамир Биктимеров, Рөстәм Шәйәхмәтов, Динислам Шафиков үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Музыкаль яҡтан Гөлнур Шәйәхмәтова биҙәне. Халыҡ спектаклде алҡыштарға күмеп, яратып ҡабул итте.

27 март көнө Халыҡ-ара театр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙә йыл да «Театр көнө» уҙғарыла. Театр көнөнә арнап Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортонда "Ҡараншишмә" халыҡ театры Ә. Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" әҫәрен сәхнәләштерҙе. Фантасмагория жанрындағы был әҫәрҙе халыҡ театры артистары бик оҫта башҡарҙы. Театр өсөн был ҡатмарлы жанр, ләкин театр һөйөүселәрҙең актерлык оҫталығы һәм режиссер Денира Биктимерова тырышлығы арҡаһында идея тормошҡа ашырылды. Рәүилә Килмөхәмәтова төп геройҙың йәш сағын ҙур оҫталыҡ менән уйнаны, шулай уҡ Гүзәл Шафиҡова, Денира Биктимерова, Дамир Биктимеров, Рөстәм Шәйәхмәтов, Динислам Шафиков үҙ ролдәрен бик килештереп башҡарҙылар. Музыкаль яҡтан Гөлнур Шәйәхмәтова биҙәне. Халыҡ спектаклде алҡыштарға күмеп, яратып ҡабул итте.
Читайте нас